Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 17:50

11 йәшлек ҡыҙыҡайға ташланған ҡәбәхәтте эҙләйҙәр

Өфөлә Баязит Бикбай урамындағы бер йорттоң подъезында билдәһеҙ ир мәктәп балаһына ташланған.

Өфөлә Баязит Бикбай урамындағы бер йорттоң подъезында билдәһеҙ ир мәктәп балаһына ташланған.
Ул, әлбиттә, баланың ошо ваҡытта мәктәптән ҡайтып килгәнен белгән. Бала подъезға ингәс, лифттың эшләмәгәнлеген күргәс, фатирына баҫҡыс буйлап күтәрелгән. Унынсы һәм уң беренсе ҡаттар араһында әҙәм аҡтығы балаға ташланған. Ошо ваҡытта кемдеңдер фатирынан сығып килеүе генә ҡыҙыҡайҙы фажиғәнән ҡотҡарған. Бала был хәл тураһында туғандарына әйткән һәм улар полицияға ғариза яҙған.
Ҡыҙыҡайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, иргә 30-40 йәш тирәһе, яҡынса 170 сантиметр буйлы, ябыҡ. Ул рус телендә акцентһыҙ һөйләшә. Ир ҡара йәшел шапка, ҡара зәңгәр куртка һәм ошо уҡ төҫтәге джинсы салбар кейгән.
Фото: newspotok.ru
Читайте нас