Йәмғиәт
7 Ноября 2019, 19:05

Бөгөн уға – 100 йәш!

7 ноябрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, полковник Борис Әхмәтйәнов 100 йәшлек юбилейын билдәләй.

7 ноябрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, полковник Борис Әхмәтйәнов 100 йәшлек юбилейын билдәләй.


Ветеран 2019 йылда Әлшәй районында тыуған. Ул әрме хеҙмәтенә 1939 йылда саҡырылған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙ теләге менән Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 204-се дивизияһы составында фронтҡа киткән. 1942 йылда Харьков эргәһендәге яуҙа ҡаты яраланған. Дауаланғас, кире фронтҡа киткән. Һуғыш осоронда ул буласаҡ ҡатыны Зинаида менән танышҡан һәм, никахтарын теркәгәс, ҡыҙҙы үҙе менән бергә алған.

Шулай итеп, Борис Раян улы совет армияһында 1965 йылға тиклем хеҙмәт иткән, аҙаҡ Латвияла Радио сәнәғәте министрлығы предприятиеларында эшләгән. Ул тыуған яғына 1993 йылда ғына ҡайтҡан.

Борис Әхмәтйәновтың күкрәген бик күп награда биҙәй.

Читайте нас