Кисә баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә ун йәшлек ҡыҙҙы бәрҙереп киткәндәр. Был хәл иртәнге 10. 40 сәғәт тирәһендә Нежинская һәм Ульяновтар урамдары сатында булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Toyota RAV4” автомобилендәге водитель ошо хәлдән һуң туҡтап баланың хәлен белеү түгел, ә ваҡиға урынынан ҡасып киткән. Әйткәндәй, ҡыҙҙың “йәшел ут”ҡа юлды үтеп барғаны билдәле. Ә юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан кешеләр интернет селтәренә һалған видеояҙмала күренеүенсә, сит ил машинаһы хужаһы баланы юлда күргәс, хатта тормозға ла баҫмаған.
Юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң бала ата-әсәһе менән дауаханаға барған, унда төрлө тән йәрәхәттәрен теркәгәндәр.
Әлеге ваҡытта намыҫһыҙ әҙәмде полиция эҙләй, күреүселәр булһа, 8 937 300 06 02 телефоны буйынса йәки полицияға мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.