Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 07:24
Халыҡ проекты: “Шайморатов вариҫтары”
Милләттәштәр, һеҙҙең ярҙам менән 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемдәрен ҡайтарырға тигән изге маҡсат ҡуйғанбыҙ. “Шайморатов вариҫтары” исемле халыҡ проектына ихлас ҡушылыуығыҙҙы һорайбыҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Шайморатов дивизияһының йылъяҙма-белешмәһен булдырыуҙа ҡатнашырға саҡыра.
Милләттәштәр, һеҙҙең ярҙам менән 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемдәрен ҡайтарырға тигән изге маҡсат ҡуйғанбыҙ. “Шайморатов вариҫтары” исемле халыҡ проектына ихлас ҡушылыуығыҙҙы һорайбыҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Шайморатов дивизияһының йылъяҙма-белешмәһен булдырыуҙа ҡатнашырға саҡыра.
Ғаиләгеҙҙә, таныш-белештәрегеҙҙә дивизия, уның һалдаттары тураһында мәғлүмәт һаҡланһа, беҙҙең адресҡа ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ. Яугирҙең фотоларын, хаттарын һәм башҡа документтарын сканер аша үткәреп ебәреүегеҙҙе үтенәбеҙ.
Анкета “Бәйләнештә” социаль селтәрендә (“Ҡоролтай” төркөмө, “Шайморатов вариҫтары” сараһы,
https://vk.com/shaimuratov120
), Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында (
www.kurultay-ufa.ru
) урынлаштырылған.
Тултырылған анкетаны түбәндәге адрестарға ебәреүегеҙ һорала:
1) электрон почта –
Shaymuratov120@yandex.ru
2) почта аша – 450015, Өфө ҡалаһы, Революцион урамы, 43, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (“Шайморатов вариҫтары”).
Әле беҙҙең почтаға көн дә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре тураһында мәғлүмәттәр килә. Проектты ҡеүәтләп күтәреп алған һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бына, мәҫәлән, Әбйәлил районынан Айгөл Йәһүҙина яугир олатаһынан ҡалған ҡомартҡы документты һәм фотографияһын ебәрҙе. Айгөл бына нимә тип яҙа: “Ғәҙелша Дәүләтша улы Дәүләтшин, 1903 йылдың 11 июлендә Әбйәлил районының Тал-Ҡусҡар ауылында тыуған. 1941 йылдың октябрь айынан 1943 йылдың сентябренә хәтлем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се кавалерия полкында хеҙмәт иткән. Белмәйем, дөрөҫмө-юҡмы, Ғәҙелша Дәүләтшин хеҙмәт иткән ваҡытында Таһир Күсимовтың күсере булған тип әйтәләр. 1978 йылдың 8 сентябрендә вафат булды”.
Гөлдәр Муллағолова атаһы тураһында яҙып ебәргән. Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов Учалы районының Ҡоҙаш ауылынан. 1922 йылда тыуған. Һуғышҡа ул 1941 йылда алына. Башҡорт кавалерия дивизияһында элемтәсе булып хеҙмәт итә. Яу ҡырынан имен-һау әйләнеп ҡайтҡас, Ҡайма Ғәләүетдин ҡыҙы менән 10 балаға ғүмер бирәләр.
Тупланған мәғлүмәттәр нигеҙендә биографик белешмә-китап сығарыласаҡ һәм мәғлүмәт ебәргән һәр кешегә бүләк ителәсәк.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"