Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 13:00

Илгизәнең еңеүенә ышандыҡ

Башҡортостанда Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан төрлө саралар ойошторола.

Башҡортостанда Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан төрлө саралар ойошторола. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Дүртөйлө районында “Туған тел” татар йырын йәш башҡарыусыларҙың VIII республика конкурсы үтте. Унда Борай районы Яңы Киҙгән ауылы клубынан мәҙәни ойоштороусы Илгизә Насибуллина “Мостай Кәримдең йырҙарын башҡарғаны өсөн” тигән номинацияла еңеүсе тип танылды.

– Мостай Кәримдең әҫәрҙәре менән бәләкәйҙән танышмын, ижадсының шиғырҙарына әллә күпме йырҙар яҙылған, – тип һөйләй Илгизә Насибуллина. – Ҡәләм оҫтаһының шиғырҙары тәрән тойғоло, шуның өсөн дә уларҙы барыһы ла ярата. Күптәре халыҡ теленән төшмәй, беҙ ҙә яратып уҡыйбыҙ. Әлбиттә, бәйгегә ентекле әҙерләндем, яҡташтарымдың минең өсөн борсолоу-көйөүҙәренә ҙур рәхмәт. “Һинең еңеүеңә ышанабыҙ”, – тип оҙатыуҙары ҡанатландырҙы.

Борай районы хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов һөйләүенсә, был яҡтың кешеләре эштә лә алдынғылыҡты бирмәй, йыр-моңға ла әүәҫ. Борайҙар республикабыҙҙан тыш, илебеҙ кимәлендә лә бәйгеләрҙә ҙур еңеүҙәр яулай.
Читайте нас