Йәмғиәт
7 Ноябрь 2019, 20:55

Кем тапаған?

Өфө – Ырымбур юлының 190-сы саҡрымында бер ирҙең үле кәүҙәһе табылған.

Фото: ЮХХДИФото: ЮХХДИ
Фото: ЮХХДИ

Бөгөн Мәләүез районы биләмәһенә ҡараған Өфө – Ырымбур юлының 190-сы саҡрымында бер ирҙең үле кәүҙәһе табылған. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул 62 йәшлек урындағы кеше булып сыға.


ЮХХДИ инспекторҙары уның автомобиль бәрҙергәндәге кеүек йәрәхәттәрҙән үлгәнлеген асыҡлаған. Ваҡиға булған урынға хәлде тикшерергә килгән полицейскийҙар эргәһенә, ярты сәғәт ваҡыт үткәс, ”Даф” йөк машинаһында 55 йәшлек водитель килә һәм үҙенең юл-транспорт ваҡиғаһында туранан-тура ҡатнашлығы барлығын хәбәр итә.

Ирҙең һөйләгәндәренән түбәндәгеләр билдәле була: ул сит дәүләттә йәшәй, бөгөн Өфө яғына китеп барғанда юлда ҡапыл бер ир пәйҙә булған, ул ситкә боролоп өлгөрмәй һәм йәйәүлене бәрҙерә.

Ҡурҡышынан тәүҙә ҡаса, аҙаҡ, намыҫы ҡуҙғалып, полицияға әйтергә булып кире борола.
Читайте нас