Өфө ҡалаһының 157-се балалар баҡсаһында “Мин, һин, ул – бөтәбеҙ бергә ҙур ил” тигән үҙенсәлекле сара ойошторолдо. Унда 21-се ҡала клиник дауаханаһының табип-травматологы, медицина фәндәре кандидаты Радик Нурлығаянов, тәрбиәселәр, ата-әсәләр һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
157-се балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Шәмсиеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, бында төрлө кисәләр даими ойошторола, ситтән артистар, психологтар, табиптар саҡырыу йолаға әйләнгән. Был осрашыуҙың да әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Ысынлап та, ғәҙәти сара түгел, ә белгес тарафынан төплө аңлатыуға ҡоролған фәһемле осрашыу булды ул. Уның сценарийын Радик Зөфәр улы үҙе яҙған.
... Аҡ халатлы ағайҙың балалар баҡсаһында ҡапыл пәйҙә булыуына тәүҙә ҡыҙҙар һәм малайҙар аптырап ҡалды, әммә бер ни тиклем ваҡыттан һуң онотолоп китеп, үҙҙәре лә уйынға тулыһынса сумды. “Кем килгән ҡунаҡҡа?” Әлбиттә, табип уларҙа ҡунаҡта. Был һорауға яуапты тиҙ тапты бәләкәстәр. Ул көндә уйындар күп ойошторолдо. Мәҫәлән, ата-әсәләр, балалар һәм тәрбиәселәр ҡатнашлығында витаминлы һәм төрлө тәмләткестәр ҡушылған, әммә файҙаһы әҙ ашамлыҡтарҙы айырыуға ҡоролған уйын ҡыҙыҡлы ине. Кем еңеүсе тип уйлайһығыҙ? Һүҙ ҙә юҡ, дуҫлыҡ еңде.
– Остеопороз – киң таралған ауырыу, күпселек осраҡта өлкәндәр сирләй, – ти табип Радик Нурлығаянов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта һөйәк ауырыуы сире бәләкәстәрҙә лә күҙәтелә башланы. Спорт менән шөғөлләнеү – остеопорозды булдырмауға бер аҙым. “Д” витаминына бай аҙыҡ-түлекте йыш ҡулланырға кәрәк. Һөт ризыҡтарын күберәк ашау файҙалы. Кеше 25 йәшкә хәтлем ныҡлап үҫә, быны үҙенә күрә “һөйәк капиталы” туплана тип тә аңларға кәрәк. Әгәр ҙә ошо арауыҡта һөйәктәр нығынып өлгөрмәһә, аҙаҡтан һаҡланыу сараларын күреү зарур. Бигерәк тә 50 йәштән һуң ҡатмарлыҡтар башланыуы ихтимал.
Һөйәк ауырыуы, уның муртлығы тураһында тиккә генә саң ҡаҡмай аҡ халатлылар. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, беренсенән, бөгөн балаларыбыҙ нимә менән генә туҡланмай. Чипсы, бургер кеүек ашамлыҡтар, кока-кола ише эсемлектәр – шуға асыҡ миҫал. Икенсенән, ғәзиздәребеҙ компьютер алдынан тора белмәй. Хәрәкәтһеҙ оҙаҡ ултырыу ҙа яҡшыға килтермәй. Һөҙөмтәлә организмдан кальций йыуылып төшә. Күберәк саф һауала йөрөү, ҡояшта булыу, һүҙ ҙә юҡ, һөйәктең ныҡлығына булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, шул уҡ көндә ошоға оҡшаш саралар Радик Нурлығаяновтың тыуған төйәгендә – Илеш районында ла үтте. Дөмәй ауылының урта мәктәбе директоры Әхсән Нәсибуллин билдәләүенсә, улар бындай кисәләрҙе һәр саҡ көтөп ала.