Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 08:55

"Ҡотлайбыҙ, һеҙ телефон оттоғоҙ!"

Өфө кешеһенә күптән түгел "Бәйләнештә" селтәрендә сымһыҙ телефон отоуы хаҡында смс-хәбәр килә.

Өфө кешеһенә күптән түгел "Бәйләнештә" селтәрендә сымһыҙ телефон отоуы хаҡында смс-хәбәр килә.
Бәхетлене ҡотлап, "лотереяны ойоштороусылар" тәүҙә страховкаһын түләү фарыз икәнен белгертә. Шатлыҡтан түбәһе күккә тейгән ир, уны-быны уйламай, күрһәтелгән телефон номеры иҫәбенә 2500 һум аҡса күсерә. Әммә бынан һуң уның менән берәү ҙә бәйләнешкә сыҡмай, ул ғына ла түгел, улар бөтөнләй юғала.
Шулай итеп, иргә полицияға барыуҙан башҡа эш ҡалмай. Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү эше алып бара, унан һуң тейешле ҡарар сығарыласаҡ.
Читайте нас