Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 11:39

Приют – төҙөк ҡасаба

Приютҡа ҡала статусын биреүҙе юллап, бер төркөм кешенең хакимиәт юлын туҡтауһыҙ тапауы хәтерҙә әле. Нисек кенә булмаһын, ҡасаба ай үҫәһен көн үҫте, төҙөкләнде, күркәмләнде. Бөгөн ул танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе.

“Башҡорт ихаталары” мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итә.


Приютҡа ҡала статусын биреүҙе юллап, бер төркөм кешенең хакимиәт юлын туҡтауһыҙ тапауы хәтерҙә әле. Нисек кенә булмаһын, ҡасаба ай үҫәһен көн үҫте, төҙөкләнде, күркәмләнде. Бөгөн ул танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе.


– Нефтселәр ерендә тормош ҡайнай, – тип һөйләй Приют эшселәр ҡасабаһы хакимиәте башлығы Лилиә Юнысова. – Тырыш, сәмсел, ныҡышмал халыҡ төрлө ерҙә эшләй. Йәштәрҙең ғаилә ҡороуы, демография мәсьәләһенә өлөш индереүе шатландыра.


Ысынлап та, приюттарҙың ҡыуаныстары бихисап. Мәҫә­лән, 20 мең тирәһе кеше йәшәгән эшселәр ҡасабаһы “Башҡорт ихаталары” республика программаһына ингән. Лилиә Рим ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, 13 йорттан торған был урын элегерәк ташландыҡ хәлдә үк булмаһа ла, шуға табан барған. Ҡый үләне баҫҡан, тыйыуҙарына ҡарамаҫтан, иҫерт­кес эсемлекте яратыусылар йыш йыйылған. Урындағы хакимиәт бында тәртип урынлаштырыу өсөн ярайһы көрәшкән.


Хәҙер был урын – бәләкәс­тәрҙең яратҡан майҙансығы. “Башҡорт ихаталары” програм­маһы нигеҙендә заманса балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән, иркен автомобиль ҡуйыу урыны бар, йәйәүлеләр тротуар­ҙан ҡурҡмай атлай, сүп-сар өсөн уңайлы контейнер урынлашты­рылған. Хәйрулла олатай менән ейәнсәре Камиланы саф һауа һуларға сыҡҡан саҡта тап иттек. Хәйрулла Маликовтың һөйө­нөсө сикһеҙ, хәҙер буш ваҡыты булғанда уны ҡайҙа үткәрәйем тип баш ватмай, туп-тура ошонда юллана.


Приют ҡасабаһында өс мәктәп, биш балалар баҡсаһы, балалар поликлиникаһы, музыка мәктәбе, Балалар ижады үҙәге бар. Халыҡ газ, нефть тармағында, йәнә туберкулез дауаханаһында ла эшләй.


Бынан өс йыл элек эшселәр ҡасабаһы 60 йыл тулыуҙы билдәләгән. Приютҡа юбилей йылында ғына көслө иғтибар бүләләр тигән фекер дөрөҫ­лөккә тап килмәй. Йыл да улар төҙөкләндереүгә һәм йәшеллән­дереүгә баҫым яһай, ә инде ихаталарҙы тәртипкә килтереү программаһы комплекслы эштәрҙе эсенә алған.



Бәләбәй районы.
Читайте нас