"Башҡортостан" дәүләт концерт залында Рәсәй Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы тантана уҙҙы.
Тәртип һағында тороусыларҙы, ветерандарҙы ҡотлап, республиканың Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров сығыш яһаны һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Ул шулай уҡ хеҙмәт алдынғыларына республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Андрей Назаров алдағы биш йыллыҡта торған бурыстар, полиция хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән саралар тураһында ла һөйләне. 2015 - 2019 йылдарҙа эске эштәр органдарының хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға республика 763 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән, ә алдағы биш йыллыҡта был ярҙам күләме артасаҡ, сөнки бер нисә полиция бүлеге бинаһы төҙөү бурысы тора.
Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Роман Деев хеҙмәттәштәрен байрам менән ҡотлап, ведомство наградаларын тапшырҙы. Улар араһында быйыл Учалы районында булған фажиғәлә күрше ҡатынды яҡлап һәләк булған полиция майоры Рәфис Нурмөхәмәтовтың да исеме яңғыраны. Ул үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланды, награда уның ҡыҙына тапшырылды.
Әйткәндәй, 10 ноябрь – Башҡортостан Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре өсөн ул икеләтә байрам, сөнки бынан йөҙ йыл элек, 1919 йылда, башҡорт милицияһы формалаша.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тәртип һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре тыуған илде фашист илбаҫарҙарынан һаҡлауға баҫа. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн алты хеҙмәткәр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, ә ике кеше – Дан орденының тулы кавалеры. 175 хеҙмәткәр яу яланында ятып ҡала йәки хәбәрһеҙ юғала. Тыныс тормошта ла халыҡ комиссарҙары һөнәри бурысын үтәгәндә үҙ ғүмерен аямай. Был байрам тантанаһында ла хеҙмәттәштәре уларҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.