Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 00:45

Йәнә юл фажиғәһе. Кем ғәйепле?

Ауыр йәрәхәттәрҙән ҡатын фажиғә урынында йән бирә. Водитель аңлатыуынса...

Фото: ЮХХДИ
Фото: ЮХХДИ
Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында ла юл фажиғәһе теркәлә. Өфө – Ырымбур юлында «Фольксваген Поло» автомобиле менән идара итеүсе 25 йәшлек Күмертау кешеһе 44 йәшлек ҡатынды бәрҙерә.


Ауыр йәрәхәттәрҙән ҡатын фажиғә урынында йән бирә. Водитель аңлатыуынса, ул юлдың автомобилдәр йөрөй торған өлөшөнән китеп барған була.


Юл хәрәкәте һәләкәте сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.
Читайте нас