Йәмғиәт
8 Ноября 2019, 12:00

Яңы етәксе килде

Ошо вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Алтай Республикаһы буйынса баш идаралығы етәксеһе булған.

Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәрҙәге тәртип һаҡлау органдары структураларына яңы етәкселәр тәғәйенләне. Документҡа ярашлы, Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы итеп эске хеҙмәт полковнигы Алексей Чириков ҡуйылды.
Яңы етәксе 1975 йылда Барнаулда тыуған, был системала 1996 йылдан эшләй. Ошо вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Алтай Республикаһы буйынса баш идаралығы етәксеһе булған.
Читайте нас