Стәрлебаш районында шәхси эшҡыуарҙың төҙөлөш магазинында 18 йәшлек егет эш мәлендә ауыр ҡазаланған, тип хәбәр итә республика буйынса Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы.
Бәхетһеҙ хәл 2019 йылдың 11 октябрендә теркәлгән. Йәш егет өс ай элек кенә келәткә тауар төрөүсе булып эшкә урынлашҡан. Бер көндө етешмәгән тауарҙы эҙләп, стеллаждың иң өҫкө кәштәһен тикшерергә була. Бының өсөн егетте автотейәгестә ике метр бейеклеккә күтәрәләр. Кире төшкәндә метр ярым тирәһе аранан эшсе иҙәнгә һикерә, тик уңышһыҙ барып төшә: йыйыштырыу ҡорамалына бәрелеп, аяғын ныҡ йәрәхәтләй. Зыян күреүсе тәүҙә Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына һалына, аҙаҡ уны республика клиник дауаханаһына күсерәләр.
Хәлде тикшергәндән һуң шул асыҡлана: бәхетһеҙлеккә ҡорамалды дөрөҫ эксплуатацияламау сәбәпсе булған. Үҙтейәгес менән быға хоҡуғы булмаған кеше идара иткән, ә зыян күреүсенең иһә шәхси һаҡлағыс саралары булмаған, хеҙмәтте һаҡлау буйынса инструкция ла үтмәгән. Тимәк, егеттең бәләгә тарыуында үҙенең һаҡһыҙлығы ғына түгел, эш биреүсенең хеҙмәтте дөрөҫ ойоштормауы һәм яуапһыҙлығы ла ғәйепле, тигән һығымта яһалып, етәксегә штраф һалынған.