

Ауылды мәңге күрмәһәм дә бәхил тип, өйҙәге бер ҡаҙҙы сәлдереп, күршегә осорҙом да, юллыҡ аҡса эшләп, ҡалаға сығып тайҙым. Ике сәғәттә Өфөлә инем. Килеп етеүем булды, туҡталышта ат башындай итеп “Баба Оля һеҙҙең өсөн – фәрештә, - тигән яҙыу күҙгә салынмаһынмы! Туҡта, туҡта, ниндәй изге әҙәм икән?
“Тормошта бөтә насар нәмә күҙ тейеүҙән килә. Мин бөтә донъя халҡын һеҙҙе күрмәйенсә лә дауалай алам, барлыҡ бәләләләрҙән ҡотҡарам. Ирегеҙ ташлап китһә, яттарға эйәләшһә, кире ҡайтарам. Бай кейәү табырға ярҙамлашам. Миңә хатта президенттар ҙа мөрәжәғәт итә”, - тигән юлдарҙы уҡыным да шаҡ ҡаттым. Ҡайһылай шәп булды әле. Беҙгә лә алама күҙ тейгән. Әтеү хәҙер әллә нисәнсе бисәм ҡыуып сығармаҫ ине, ошо йәшемә етеп, үҙемдең өйөм дә юҡ. Тимәк, бер ғәләмәте бар бының, тәккә түгел. Хатта бит ҡалаға кейеп китергә туфлийым да юҡ ине. Әлеге лә баяғы күршеләрҙекен шым ғына алып тайҙым.
Хәҙер үк дауаланыр инем дә тик бына аҙағына “500 һум аҡсаны ошо адрес буйынса күсерегеҙ” тип яҙылған шул. Ул тиклемде ҡайҙан алайым? Әле бына эстә ас бүреләр олой башланы. Шулай тип аптырап торған саҡта йәнә бер ҡағыҙ киҫәге күренде. Әһә “Работа” тип яҙғандар. Тиҙ генә уҡый һалам. Айына 50 – 80 мең һум тиелгән. Эштән ҡурҡҡан юҡ та ул. Бер тотонһам, донъяһына ҡыйратып эшләйем. Ҡара әле, бигерәк шәп тә. Бер айҙан һуң ауылға яҡшы итеп кейенеп, "ҡып" иттереп ҡунаҡҡа ла ҡайтырмын. Танымай ҙа торорҙар әле. Ул ваҡытта ҡатыным әсәйемдән үҙе, ҡайт инде, тип инәлеп килеп аласаҡ. Аҙаҡ бер яртыһын да сығарасаҡ.
Унан тағы бер иғланды күреп ҡалдым. Үҙем “Кредит кәрәкме? 15 миллион һумға ҡәҙәр бирәбеҙ. Бары паспорт ҡына кәрәк. Хәҙер үк, һуңлама!” - тигән һүҙҙәрҙе уҡыйым, үҙем был өнөммө, төшөммө икән тип уйлайым. 15 миллион һум! Хәтәр күп тә ул. Ауылда әсәйемдән эт ишетмәгәнде ишетеп, тәмәкелек тә аҡса ала алмаһам, бында ете-ят кешеләр үҙҙәре, мә, килеп алып, тип өҙөлөп тора. Был аҡсаға хәҙер үк фатир һатып аласаҡмын.
Бәй, тағы бер яҙыу тора түгелме? Шулай шул. Сер яланғас ҡыҙҙар төшөрөлгән. “Төнгөлөккә ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Бер төн мең һум тора…” Эсемә йылы йүгерҙе.
Бына шулай дуҫтар! Ҡалала яман шәп икән. Ҡайһылай шәп булды әле! Тиккә генә аяҡтан баҫҡаны, артына ултырғаны ҡала тип сапмаған икән. Тота килеп ҡаланы яманлаған булалар, имеш, улар асфальт кеүек ҡаты бәғерле, фәлән дә төгән. Һис тә дөрөҫ түгел. Бер ауылда шундай яҙыу эҙләп ҡара! Шиш табырһың! Дуҫтар, һеҙ ҙә хәҙер үк ҡалаға һыпыртығыҙ. Ауылда кәм-хур булып йөрөмәгеҙ. Тура туҡталышҡа килегеҙ, йәме!