Йәмғиәт
9 Ноября 2019, 08:50

Рәдиф Зарипов ҡапҡаға барып бәрелгән...

Ундай саҡта машинаңды берәй кешенең ҡапҡа төбөнә ҡуйып, ихаталарына инеп кит тип өйрәткән инеләр. Мин тиҙ генә боролоп, Барый ағайҙарҙың ҡапҡаһына йүнәлдем.

Бала саҡ... Ваҡыт үтеп, ниндәй кеше булыуға, юғары вазифа биләүгә ҡарамаҫтан, ул һағындырып иҫкә төшә, шул саҡҡа бер ҡайтып урайһы килә.
Билдәле эстарда йырсыһы Рәдиф Зарипов үҫмер сағы тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә риза. "Алтынсымы, етенсеме класта уҡығанда беҙҙең "Москвич" машинаһы бар ине. Атайым "Жигули" алғас, иҫкеһендә һирәк булһа ла мин йөрөй башланым. Бер мәл сығып китһәм, ҡаршыға полиция машинаһы килә, - ти йырсы. - Ундай саҡта машинаңды берәй кешенең ҡапҡа төбөнә ҡуйып, ихаталарына инеп кит тип өйрәткән инеләр. Мин тиҙ генә боролоп, Барый ағайҙарҙың ҡапҡаһына йүнәлдем. Баҡһаң, тормоз эшләмәгән икән. Мин шапылдатып ҡапҡаға килеп бәрелдем, ә полиция хеҙмәткәрҙәре сәләм дә бирмәй уҙып китте".
Читайте нас