Бөгөн Рәсәйҙә Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Үҙ ғүмерен граждандар именлеге хаҡына аямаған, законлылыҡ һағында торған хеҙмәткәрҙәр енәйәтселеккә ҡаршы көрәшкәндә үҙҙәренең ғүмерен дә аямай. Тыныс тормошта Башҡортостандың эске эштәр органдарында хеҙмәт бурысын үтәгәндә 176 яҡташыбыҙ вафат булды. Уларҙың 30-ы Батырлыҡ ордены менән наградланған.
Өфөлә уҙған тантаналы сарала тағы ла бер ҡыйыу хеҙмәткәргә Батырлыҡ ордены бирелеүе хаҡында хәбәр ителде. Ул быйыл 13 ғинуарҙа булған фажиғәлә - Учалы стрелогы ҡорбанын яҡларға ташлана һәм яралана, һуңынан дауаханала вафат була. Ҡыйыу полиция майоры Рәфис Нурмөхәмәтов үлгәндән һуң был наградаға лайыҡ булды. Сарала Башҡортостан буйынса эске эштәр министры полицияның генерал-лейтенанты Роман Деев был награданы хеҙмәткәрҙең ҡыҙына - Ләйсән Нурмөхәмәтоваға тапшырҙы. Хеҙмәттәштәре иһә уны бер минут тын ҡалып иҫкә алды...
Быйыл республиканың полиция хеҙмәткәрҙәре 24 меңдән ашыу енәйәтте асҡан, уларҙың дүрт меңе ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәргә ҡарай.