Ошо көндәрҙә ҡайһы бер райондарҙа яуған ҡар юлдарҙа күп ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Таулы Белорет районында иһә быға тиклем булмаған күренеш күҙәтелде.
Йоманан шәмбегә ҡарай яуған көслө ҡар Белорет - Үрге Әүжән юлын ҡар менән ҡаплап ҡына ҡалмаған, хатта ағастарҙы ла йығып бөткән. Был иһә автомобилдәрҙең юлын быуып, ҙур тығындар хасил иткән. Шуға ла транспорт хужаларына ағас ауған участкаларҙа ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырға тура килгән.
"Бәйләнештә" социаль селтәренән.