Питер йәштәренең әүҙемлегенә, ваҡыттарын файҙалы һәм маҡсатлы үткәреүенә, ысынлап та, һоҡланырлыҡ! Йәштәргә яҡшы ял, төрлө ярыш-конкурстар ойоштороп, мәҙәни тормошҡа ылыҡтырып тороусылары ла маҡтауға лайыҡ. Мәртәбәле сараларҙа Башҡортостан ҡыҙҙарын күреү уғата ҡыуаныслы.
7 ноябрҙә ете илдең, дүрт республиканың тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған “Санкт-Петербургтың милләт гүзәле” конкурсы уҙғарылды. Һылыуҡайҙарҙың аш-һыуға оҫталығы, спортҡа таһыллығы, ижади һәләте, зиһене баһаланды. Карелия гүзәле еңеү яуланы, ҡалған сибәркәйҙәр төрлө номинацияла билдәләнде.
Башҡорт ҡыҙҙарының милли һыҙаттарын Йылайыр районынан Регина Ҡансурина асып, “Мисс этнос” тигән титулға лайыҡ булды. Ҡыҙ башҡорт милли костюмында сығыш яһап, халҡыбыҙҙың этник йөҙөн, йолаларын, аш-һыу үҙенсәлектәрен төрлө милләт йәштәре алдында лайыҡлы күрһәтеүгә өлгәште. “Беҙ - эшһөйәр, тырыш, сыҙамлы халыҡ. Көсөбөҙ – туғанлыҡтың ҡәҙерен белеүҙә. Һәр башҡорт үҙенең ете быуынына тиклем ата-бабаһын, йәғни шәжәрәһен белергә тейеш”, – тип сығыш яһаны ҡыҙ. Афарин!
Регинаның сығышын ҡеүәтләргә яҡташтары килгән ине. Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр һәм башҡа райондарҙан төньяҡ баш ҡаланың төрлө уҡыу йорттарында белем алған ҡыҙҙар “Ете ҡыҙ”ҙы тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы, уны башҡарған ваҡытта бейеү тарихы экранда сағыла барҙы. Йәштәр тарихыбыҙҙы белә, милли һыҙаттарыбыҙҙы башҡа милләт вәкилдәренә ҡыйыу рәүештә күрһәтә ала, тимәк, үткәнебеҙ өсөн үкенерлек, киләсәк өсөн ҡайғырырлыҡ түгел.
Фото Әминә Ишморатованың шәхси архивынан.