Йәмғиәт
9 Ноября 2019, 20:30

Мазовтарҙы “күреүселәр” арта, тик...

Өсөһө лә походҡа әҙерләнгәндәй кейенгәйне...

Мазовтарҙың юғалған көндә фаст-кортта ашап ултырғандарын күреүселәрҙән хәбәр булғайны инде. Атайҙың ике улы менән Йәшел сауҡалыҡтағы сауҙа үҙәгендә булыуын раҫларға тырышыусылар бар. Бөгөн төндә өфөләрҙән яңы хәбәр килде.
-Мин "Ultra" cауҙа үҙәгендә эшләйем. Октябрь аҙағында уларҙы өсөнсө ҡаттағы туҡланыу зонаһында күрҙем. Улдары матур, тик бер аҙ күңелһеҙерәк, ҡаушағаныраҡ төҫлө тойолғайны. Аталарының ҡиәфәте ылыҡтырырлыҡ түгел. Өсөһө лә походҡа әҙерләнгәндәй кейенгәйне, - тип хәбәр итә кеше ҡайғыһына битараф булмаған, уларҙың табылыуына өмөт иткән Нәилә. Ысынмы, бушмы был хәбәр - әлегә билдәһеҙ, тик бар халыҡтың ғаилә ағзаларын иҫән-һау күргеһе, хоҡуҡ һаҡлау органдарына аҙ булһа ла ярҙам иткеһе килеүе аңлашыла. Әлегә 26 октябрҙә эҙһеҙ юғалған Мазовтарҙы эҙләү эше дауам итә, Мәскәү криминалистары һәм водолаздарына ла тынғы юҡ.
Читайте нас