Йәмғиәт
10 Ноября 2019, 09:55

Учалыла - фажиғә

Кисә Учалыла ҡурҡыныс фажиғә теркәлгән, эш ваҡытында йәш ир һәләк булған.

Кисә Учалыла ҡурҡыныс фажиғә теркәлгән, эш ваҡытында йәш ир һәләк булған.
Хәл түбәндәгесә. Учалы ауылында ер эштәре башҡарылған. Өс эшсе ике метр тәрәнлектә траншея ҡаҙған һәм торба үткәргесте йәбештереү менән шөғөлләнгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡапыл траншеяның стенаһы емерелгән һәм ирҙәр ер аҫтында ҡалған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1981 йылғы ир фажиғә урынында йән биргән. Тағы 39 һәм 31 йәшлек ирҙәр төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
Әле хәлде тикшереү бара. Ведомство мәсьәләне контролдә тота.
Читайте нас