Яратҡан актрисабыҙҙың мейе яман шеше менән сирләүенә ике айҙан ашыу ваҡыт үтте. Тик ошоға тиклем уның ауырыу килеш бер фотоһы ла донъя күрмәне. Бындай кимәлдәге йондоҙ өсөн ғәжәп хәл бит, айырыуса Жанна Фрискеның сирле фотолары күп булыуын иҫәпкә алғанда. Актрисаның яҡындары һәм туғандары ла бер тапҡыр ҙа рәсми рәүештә уның хәле, диагнозы тураһында бер нимә лә хәбәр итмәне. Әллә Настя ысынлап сирләмәйме икән? Бәлки ҡуйылған үлемесле диагнозы ысынбарлыҡҡа тап килмәйҙер?
Үҙе тураһында күберәк һөйләүҙәрен теләгән, онотолоп барған "йондоҙҙар"ҙың шулай ялған яңылыҡ таратыуы йыш осрап тора шул. Кемдер Заворотнюкты йәшәртеүсе һәм ябыҡтырыусы пластик операция яһатып, бының билдәләре бөткәнсе йәшенеп ята тип тә фаразлай.
Әле билдәле Рәсәй продюсеры Андрей Разиндың һүҙҙәре лә был шикте тағы арттырҙы. Ул социаль селтәрҙәрҙә: "Иң ҡурҡыныс фараздар тормошҡа ашмай. Настя үҙен күпкә яҡшыраҡ тоя һәм һауығыуға табан бара" тип яҙып сығарҙы.
Нисек булһа ла, сәләмәт булһын. Тик уның онкология менән сирләмәй, халыҡты алдауы ысын булып сыҡһа, артабан уны яратыусы фанаттары ҡалырмы икән? Икеле... Тамашасы хистәре менән уйнарға ярамай бит.