Йәмғиәт
11 Ноября 2019, 07:55

Ҡанға батҡан ирҙе күршеләре таба...

Туҡмаусылар иргә талау маҡсаты менән һөжүм иткән, телефонын, фатир асҡыстарын алғандар.

Өфөлә 7 ноябрҙә төндә билдәһеҙ кешеләр Лаврентий исемле ирҙе ныҡ итеп туҡмап китә. Ә бит ул бары магазинға ғына сыҡҡан булған...
Ҡанға батып ятҡан Лаврентийҙы күршеләре шәйләп ҡалып, дауаханаға оҙата. Табиптар уның ғүмере өсөн төнө буйы көрәшә, өс сәғәт операция яһайҙар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡара алмайҙар...

Туҡмаусылар иргә талау маҡсаты менән һөжүм иткән, телефонын, фатир асҡыстарын алғандар. Ирҙең 11 йәшлек улы, ҡайғынан телдән яҙған әсәһе ҡалған.
Был ҡурҡыныс төн тураһында бер ни мәғлүм түгел. Типһә тимер өҙөрлөк ирҙе һәләк иткән ҡәбәхәттәрҙе хоҡуҡ һаҡлау органдары табып хөкөм итер, тип ышана яҡындары.
Фото яҡындарының шәхси архивынан.
Читайте нас