“Республика даны өсөн” фестиваль-марафоны бик көсөргәнешле барҙы. Унда Ейәнсура районынан өс шәхес – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ейәнсура районының почетлы гражданы, “Акрополь” йәмғиәте директоры Хәйҙәр Ғайсин, арҙаҡлы ғалим Роберт Яҡшыбаев һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов ҡатнашты.
Сарала республикабыҙҙың иң лайыҡлы шәхестәре асыҡланды. Фестиваль-марафонда “Йәмәғәт эшмәкәрлеге, мәрхәмәтлек” номинацияһында Хәйҙәр Миншәриф улы еңеү яуланы. Хәйер, үҫәргән егеттәре ҡайҙа ла һынатмай. Беҙ быға ышанғайныҡ.
– Изгелек эшлә лә һыуға һал - халыҡ белер, халыҡ белмәһә - балыҡ белер, тиҙәр, – ти Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. – Яҡташыбыҙ Хәйҙәр Ғайсиндың яҡшы эштәре тураһында хәбәрҙарбыҙ, ул ысын мәғәнәһендә һәр беребеҙгә өлгө, бигерәк тә йәштәргә маяҡ.