Артем, Илья һәм Слава Мазовтарҙың юғалғанына өсөнсө аҙна китте. Ошоға тиклем был ҡатмарлы һәм сетерекле ваҡиғала бер аныҡлыҡ та юҡ. Тәфтишселәр төрлө фараздар өҫтөндә эшләп ҡарай, тик һөҙөмтә тойолмай.
Эҙләүселәргә килгәндә, улар ҙа кәмей башланы. Ирекмәндәр штабтарын япты, туғандары ла яңылыҡтарҙы өйҙәрендә көтөп ултыра. Һыуыҡ төшөп, йылға өҫтәренең боҙ менән ҡаплана башланыуына ҡарамаҫтан, бер водолаздар ғына һыу төбөнән тикшереүҙән туҡтатмай. Тәүҙә Ҡариҙел, аҙаҡ Ағиҙел, эргә-тирәләге эре һәм ваҡ күлдәр – бер һүҙ менән әйткәндә, барлыҡ һыу ятҡылыҡтары ҡаралды.
Мазовтарҙы һыу төбөнән эҙләү осраҡлы түгел. Төп фараздарҙың береһе буйынса, улар батҡан. Быға Ҡариҙелдән йыраҡ түгел урында ҡалдырылған автомобиль һәм яр буйында табылған өрөп тултырылмалы матрас ишаралай. Ир малайҙарын уға ултыртып йылға уртаһына алып барған һәм батҡан тип күҙаллана.
Ә бына эҙләүҙә ҡатнашҡан водолаздар фекеренсә, ғаилә һыу төбөндә түгел.
– Һыу ятҡылыҡтары боҙ менән ҡапланһа ла, беҙ эҙләүҙе туҡтатмайбыҙ. Боҙло урындарҙа мәке эшләйбеҙ ҙә артабан сумабыҙ. Әлеге мәлдә Өфөлә өс ҡотҡарыу отряды эшләй. Мөмкин булған бөтә урын тикшерелде, Мельничное күлен ике тапҡыр тикшерҙек хатта. Һыуға батҡан кешеләрҙең кәүҙәләре табылмаһа, ғәҙәттә, шапка йә аяҡ кейеме килеп сыға, ә бында бер нимә лә юҡ. Мин уларҙың батыуына ышанмайым, – ти эҙләүҙә көн һайын ҡатнашҡан бер водолаз.
Ҡайһы бер фараздар буйынса, Артем юғалыр алдынан бау һатып алған һәм балаларын үҙенә ҡуша бәйләгән. Был ысынлап ошолай булған осраҡта ла кәүҙәләр өҫкә ҡалҡып сығырға тейеш, ти ҡотҡарыусылар.
Әгәр ҡотҡарыусыларҙың һүҙе дөрөҫкә сыҡһа, тимәк, уларҙың иҫән булыуҙарына бер ни тиклем өмөт арта.