Республикабыҙҙа герой-балаларҙы тәбрикләү матур йолаға әйләнде. Бөгөн дә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда бер төркөм ҡаһарман балалар лайыҡлы наградаларын алды.
Тантанаға балалар Өфө ҡалаһынан, Баймаҡ, Бәләбәй, Ейәнсура, Кушнаренко, Әлшәй, Архангел, Стәрлетамаҡ, Шаран райондарынан килде. Уларҙың иң бәләкәйенә – ете, иң ҙурына 17 йәш ине. Төрлө райондарҙа йәшәһәләр ҙә, төрлө йәштә булһалар ҙа, бөтәһен дә бер нәмә берләштәрә: улар - ысын геройҙар!
Мәҫәлән, ете йәшлек Милена Новикова күптәрҙе һоҡландырҙы һәм батырлығы менән шаҡ ҡатырҙы. Быйыл ғинуарҙа Бәләбәй районында күп балалы ғаиләнең йортонда янғын сыға. Ата-әсә өйҙә булмай, дүрт бала яңғыҙы ҡала. Янғын аш-һыу бүлмәһендә башлана, шунда уҡ иҫкәртеүсе ҡулайлама эшләй башлай. Ул саҡта алты йәшлек кенә булған Милена юғалып ҡалмай: тәҙрә аша ике бәләкәй туғанын сығара һәм 11 айлыҡ Маша һеңлеһен күтәреп үҙе лә сыға. Аҙаҡ туғандары менән бергә ялан аяҡ өләсәһенә барып етәләр.
Өлкән кеше баҙап ҡалырлыҡ ҡурҡыныс мәлдә бәләкәй генә ҡыҙ бала юғалып ҡалмай. Ошо түгелме ни батырлыҡ? Миленаға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев менән Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Семен Шарапов Рәсәй ҡотҡарыусылар союзы грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
– Һеҙ әле балалар ғына, тик ҡылған эштәрегеҙ менән бөтәһен дә таң ҡалдырҙығыҙ. Бик ҡурҡыныс ваҡытта яҡындарығыҙға һәм хатта таныш булмаған кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға ҡыйыулыҡ тапҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! - тине Константин Толкачев.
Тантанаға 12 бала килде. Улар бәләгә тарыусыларҙы йә янғындан ҡотҡарған, йә батҡан кешене һыуҙан һөйрәп сығарҙан. Балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе ҡотҡарыусылар ҙа бар. Ошоноң кеүек йәш быуын үҫеп килгәндә, яҡты киләсәккә өмөт ҙур!
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.