Йәмғиәт
11 Ноябрь 2019, 06:50

Ни өсөн ҡайһы бер кешеләр баҫалҡы була?

Был әле лә фән өсөн сер булып ҡала, ләкин ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе билдәләмәй булмай.

Был әле лә фән өсөн сер булып ҡала, ләкин ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе билдәләмәй булмай. Был холоҡ кешегә нәҫел буйынса күсә, шулай уҡ тышҡы тәьҫирҙең эҙемтәһе лә көслө.

Мәҫәлән, кесе йәштән үк бала ата-әсәһенең үтә баҫалҡы булыуын күреп үҫә һәм ирекһеҙҙән үҙе лә шул холоҡто ала. “Ниндәй генә ҙур уңыштар ҡаҙанһам да, миңә мөнәсәбәт башҡалар менән бер тигеҙ булырға тейеш” – уның холҡонда ошо фекер ныҡлы урын аласаҡ.

Баҫалҡылыҡ йыш ҡына мәктәптәге проблемалар арҡаһында ла барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә бала йәштәштәре тарафынан даими ҡыйырһытыла икән, уның баш мейеһе етди үҙгәрештәргә дусар ителәсәк.

Фото: goodfon.ru.
Читайте нас