“Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты”ның (ОНФ) медиафорумында модератор Станислав Говорухин Рәсәй Президенты Владимир Путиндан: “Һеҙ иртән сәй эсәһегеҙме, әллә ҡәһүәме?” тип һорағас, ил етәксеһе һис икеләнеүһеҙ: “Сәй”, ти.
– Ә яратҡан иртәнге ризығығыҙ? – тип ныҡышыуын дауам итә Говорухин.
– Бутҡа, – ти Владимир Владимирович. – Бөгөн иртән дөгө бутҡаһы ашаным, ҡарабойҙайҙыҡын да яратам.
Шулай ҙа һоло бутҡаһын ул бик үҙһенеп етмәй икән. Бынан тыш, дәүләт етәксеһе музыка тыңларға яратыуын да таныны, шул иҫәптән – Сергей Рахманиновты, Иоганн Себастьян Бахты, Людвиг ван Бетховенды, Петр Чайковскийҙы.