Йәмғиәт
11 Ноября 2019, 07:10

Яңы йыл бүләктәре йыялар

Яңы йыл бүләктәрен йыйыу 15 декабргә тиклем барасаҡ.

Өфөлә "Яңы йыл бүләктәре – Донбасс балаларына" мәрхәмәтлек акцияһы старт алды. "Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге" йәмәғәт ойошмаһы менән Башҡортостандың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ошо эште ойоштороуға тотонған.


Әйткәндәй, ветерандар ойошмаһы вәкилдәре һуңғы дүрт йылда Луганск Халыҡ Республикаһында 14 тапҡыр булып, республиканың төрлө ведомстволары, учреждениелары һәм меценаттары ярҙамында 90 тоннанан ашыу гуманитар ярҙам алып барҙы.


Луганск Халыҡ Республикаһына ярҙам йыйыу 15 декабргә тиклем барасаҡ. Теләгән һәр кем мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнаша ала.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Читайте нас