Йәмғиәт
12 Ноябрь 2019, 08:20

Элвин Грей Мәскәү халҡын аптыратҡан

Форумда, ысынлап та, шәп ҡунаҡтар ҡатнашҡан, әммә...

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Элвин Грей йыл да ойошторолған «Татарстан-Мәскәү күпере» форумында ҡатнашҡан. Үҙенең башҡорт булыуын йәшермәгән популяр йырсы, Рәсәйҙең баш ҡалаһында, «Беҙ булдырабыҙ!» тип, Инстаграмында сторис-репортаж яһаған.
Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Элвин Грей менән «Ни хәл?» тип күрешә, янында баҫып торған халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовты Президент тағы ла яҡын итеп, ҡосаҡлап ала, Элвинға күрһәтеп, «Йәшәрәһең һин!» тип шаярта.
Быларҙың барыһын да Радик телефонға төшөргән, унда донъя чемпионы Алина Заһитова, герой осоусы Дамир Йосопов кеүек танылған шәхестәр ҙә күренә, улар осрашыуҙың төп геройҙары булған! ⠀
Форумда, ысынлап та, шәп ҡунаҡтар ҡатнашҡан, әммә рәсми өлөшөн ойоштороусылар ниңәлер русса алып барған. "Ҡазандан сығып киткәндәр Мәскәүҙә «кеше булғас», телдәрен онотҡандармы? Шунан һуң телебеҙҙе һаҡларға, үҫтерергә кәрәк тигәндә уларҙың йөҙҙәре нисек ҡыҙармай?!" икән тип ҡайғырғандар Ҡазандан килеүселәр.⠀
Башҡорт булып тыуған, татар-башҡорттоң популяр йырсыһына әйләнгән Элвин Грей ҙа «Беҙ булдырабыҙ!» тип һөйләшеп йөрөгән бит форумда.
Читайте нас