Йәмғиәт
12 Ноябрь 2019, 06:15

Хыялдар тормошҡа аша

Карьер өсөн “Башкиравтодор” предприятиеһы һатып алған ваҡ таш сығарыусы яңы ҡулайлама инерт материалдарҙы табыу производствоһын өс тапҡырға арттырасаҡ.

Карьер өсөн “Башкиравтодор” предприятиеһы һатып алған ваҡ таш сығарыусы яңы ҡулайлама инерт материалдарҙы табыу производствоһын өс тапҡырға арттырасаҡ.


Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, ташты ваҡлаусы яңы комплекс юғары сифатлы һәм ныҡлы булған Абҙаҡ ваҡ ташын республиканың юл хужалығында файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Был – Башҡортостанда ғына түгел, ә Волга буйы һәм Урал төбәктәрендә юл тармағын үҫтереүҙә өр-яңы алым!


“Беҙ бөгөн республиканың юл хужалығы тармағы өсөн бик мөһим сарала ҡатнашабыҙ. Был Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республикала етештерелгән инерт материалдар менән юлдарҙы түшәү буйынса ҡуйған бурысын тулы кимәлдә үтәү мөмкинлеге бирәсәк, – тине ул. – Киләсәктә беҙҙе ҙур эш көтә. 2024 йылға тиклем етештереү күләмен әлегенән ике тапҡырға артты­рырға тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең тармаҡ үҫешә һәм алға бара. Быйыл бик матур күрһәт­кестәргә өлгәштек. 1200 километр юлды ремонтланыҡ, өҫтәмә рәүештә 940 километр юлға таш түшәнек, 28 күперҙе файҙала­ныуға тапшырҙыҡ”.


Тимур Мөхәмәтйәнов бел­дере­үенсә, быйыл беҙҙә ике миллион тонна самаһы инерт материалдар файҙаланылды, улар­ҙың яртыһын тиерлек республика күрше ҡала һәм төбәктәрҙән һатып алырға мәжбүр ине. Хәҙер яңы комплексты сафҡа индереү менән, беҙ тулыһынса үҙебеҙҙең материалды файҙаланасаҡбыҙ. Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов белдереүенсә, Абҙаҡ карьеры даими рәүештә республиканы сифатлы материалдар менән тәьмин итте.


– Яңы ҡорамалды сафҡа индереү – көндәлек ваҡиға түгел, ә хыялдың тормошҡа ашыуы. Бөгөндән комплекс тулы ҡеүәтенә эш башлай. Тимәк, сығарылған тауар күләме өс тапҡырға артасаҡ, – тине ул.


“Metso” фирмаһының ваҡ­лаусы ҡулайламаһының өҙлөк­һөҙ эшләү ваҡыты элеккеләренә ҡарағанда күпкә артығыраҡ. Ул эшселәрҙең дә ауыр эшен еңеләйтәсәк һәм процесты күпкә тиҙләтәсәк. Ваҡлау-сортҡа айырыу комплексын ҡыҙыл төймәгә баҫып эшкә ҡуштылар. Абҙаҡ карьерында сығарылған тау тоҡомон “КамАЗ” менән ваҡлаусы комплексҡа һалдылар. Бында ул фракциялар буйынса сортҡа бүленә. Һөҙөмтәлә яңы ҡорамал ете төрлө фракция эшләп сығара.
Читайте нас