Йәмғиәт
12 Ноября 2019, 11:45

Ғишыҡ уйыны талау менән тамамланған

Уҙаман күңеленә ятҡан ханымды йортона тиклем оҙатып барған, әммә шул ваҡытта көтөлмәгән хәл булған...

Әбйәлил районының полиция бүлегенә 47 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе уҙаман гаджетын урлағандарын хәбәр иткән.
Асыҡланыуынса, ир Әбйәлил районындағы шифаханала ял иткән. Хәл төн уртаһы тирәһендә, Зеленая Поляна ауылы эргәһендә булған. Ял итеүсе урындағы кафеларҙың береһенә барған, шунда осратҡан йәш ҡатынға иғтибар күрһәтә башлаған. Әммә ҡатынды был хәл бик үк шатландырмаған, ул кафенан сығып киткән. Ир – уның артынан. Уҙаман күңеленә ятҡан ханымды йортона тиклем оҙатып барған, әммә шул ваҡытта көтөлмәгән хәл булған: күҙ асып йомған арала ҡатын ирҙең кеҫәһенә ҡулын тыҡҡан да, телефонын алып, ҡасып киткән. Был ваҡытта икеһенең дә иҫерек булыуы мәғлүм.
Полиция хеҙмәткәрҙәре талаусыны тотҡан, ул 34 йәшлек ошо ауыл ҡатыны булып сыҡҡан. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: stv24.tv
Читайте нас