Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2019, 14:35

Кем аҡсаһын онотҡан?

Онотолған отоштарҙың күбеһе 150 һумдан артмай. Был аҡсалар өс йыл һаҡлана, унан һуң дәүләт ҡаҙнаһына тапшырыла. Исемлектә һеҙ юҡмы?

Төрлө лотерея билеттары алып, аҡса отоуға иҫәп тотҡандар бихисап арабыҙҙа. Шулай ҙа бәхетле билет эләгеп, тейешле аҡсаһын килеп алмағандар ҙа бар икән. "Столото" хәбәр итеүенсә, Рәсәй халҡы 2,8 миллиард һумға яҡын лотерея отошон алмаған. Улар араһында 10 миллион һум аҡса отоусы ла бар. Онотолған отоштарҙың күбеһе 150 һумдан артмай. Был аҡсалар өс йыл һаҡлана, унан һуң дәүләт ҡаҙнаһына тапшырыла.
Ғәҙәттә, күп кешеләр ҙур отошҡа өмөтләнә лә, аҙ суммаға иғтибар итеп тормай.
Фото:2gis.ru
Читайте нас