Йәмғиәт
12 Ноябрь 2019, 11:20

Осоп төшөүенең сәбәбе билдәле булды

Ул кабинанан үҙаллы сыға алмай - тонсоғоп үлә. Бер нисә сәғәттән һуң ғына быуа тирәһен байҡап йөрөгән машинист һыу эсенән осо ғына сығып торған йөк машинаһын күрә...

Әлшәй районында дәүләт хеҙмәте инспекцияһы белгестәре "Раевка шәкәр" предприятиеһы хеҙмәткәренең үлеменә бәйле бәхетһеҙлек осрағының сәбәптәрен асыҡлаған.
3 сентябрҙә 61 йәшлек "КамАЗ" водителе дефекат тейәп китеп барғанда предприятиеның һыу йыйылғысына төшөп китә. Ул кабинанан үҙаллы сығып өлгөрә алмай - тонсоғоп үлә. Бер нисә сәғәттән һуң ғына быуа тирәһен байҡап йөрөгән машинист һыу эсенән осо ғына сығып торған йөк машинаһын күрә. Ике бульдозер һәм кран менән йөк машинаһын тартып сығарғанда эсендә ирҙең үле кәүҙәһе лә табыла.
"Эра-Глонасс" системаһы белдереүенсә, тар юлда водитель сәғәтенә 5 километр урынына 21 километр тиҙлек менән килгән. Шуның һөҙөмтәһе - түбәнгә осҡан, машина өс тапҡыр әйләнеп, һыуға батҡан.
Ведомство белгестәре ғәҙәттән тыш хәлдең производстволағы хеҙмәт ҡағиҙәһен боҙоу һәм тиҙлек режимын арттырыу сәбәпле тыуғанлығын билдәләгән. Һөҙөмтәлә предприятие һәм әлеге ваҡиғаға яуаплы кешеләр штраф түләү формаһында административ язаға тарттырылған.
Фото: Ufa.bezformata.com
Читайте нас