Йәмғиәт
12 Ноября 2019, 08:55

“Пусть говорят” ҡайғыһы юҡ беҙҙә”...

Тәүҙә тапшырыуҙа ҡатнашҡан өсөн ғаиләгә 200 мең һум аҡса тәҡдим иткәндәр. Аҙаҡ...

“Пусть говорят” ҡайғыһы юҡ беҙҙә”...
Ике улы менән юғалған Артем Мазовтың ата-әсәһе Татьяна һәм Аркадий Мазовтарҙы федераль каналдағы ток-шоуға саҡырғандар. Тәҡдим Андрей Малахов тапшырыуы вәкилдәренән килгән.
Ата-әсәнең тура эфирҙа ҡатнашырға уйы ла, теләге лә юҡ. Кемдә нимә ҡайғыһы бит. Тәүҙә тапшырыуҙа ҡатнашҡан өсөн ғаиләгә 200 мең һум аҡса тәҡдим иткәндәр.
- Тәүге тапҡыр ғына саҡырмайҙар беҙҙе. Баш тарттыҡ. 400 мең һум һораһаҡ та, риза булырҙар ине. Бөтә теләгебеҙ – улыбыҙ менән ейәндәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! Беҙгә шунан башҡа бер ни кәрәкмәй. Матди ярҙам да, аҡса ла, - ти улар.
Барыбыҙ ҙа шуны теләйбеҙ. Ғаиләлә именлек, өлкәндәрҙең күңелендә тыныслыҡ урынлашһын.
Фото: Ufa1.ru
Читайте нас