Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2019, 11:13

Республика буйлап “Еңеү” марафоны атлай

Киләһе йыл илебеҙ киң күләмдә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә йыйына. Ошо айҡанлы уҙған аҙна Өфөнөң Еңеү паркында республика кимәлендәге “Еңеү” марафоны старт алды.

Киләһе йыл илебеҙ киң күләмдә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә йыйына. Ошо айҡанлы уҙған аҙна Өфөнөң Еңеү паркында республика кимәлендәге “Еңеү” марафоны старт алды.


Был марафон быйыл ноябрҙән алып киләһе йылдың майына тиклем “Еңеү салюты” халыҡ ижады республика фестивале сиктәрендә үтәсәк һәм Башҡортостандың бар ҡала һәм райондарын йәлеп итәсәк. Марафон­дың символикаһы: “Еңеү” штандарты һәм “Мәңгелек ут” капсулаһы.


Марафондың төп бурысы – йәштәрҙе данлы тарихыбыҙ өлгөһөндә әхлаҡи һәм патриотик рухта тәрбиәләү, Бөйөк Еңеү тураһында хәтерҙе нығытыу һәм һаҡлау.


Бөгөнгө марафонды асыу танта­наһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, власть органдары вәкил­дәре, мәктәп уҡыусылары, йәмәғәт­селәр ҡатнашты. Улар “Мәңгелек ут”ҡа сәскә һалды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды. Митингка йыйылғандарҙы республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев сәләмләне.


– 1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышының ҡайғылы биттәре Рәсәй тарихына мәңгелеккә уйылған. Беҙҙең халыҡ һуғыштың нимә икәнлеген яҡшы белә. Беҙ Еңеү килтергән һалдаттарҙы хәтерләйбеҙ һәм ҡәҙерләйбеҙ. Парадтар, салюттар, “Үлемһеҙ полк” – был барлыҡ мөһим саралар ҙа үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләү өсөн үткәрелә, – тине ул.


Сәләмләү менән шулай уҡ Республиканың һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Валерий Шәрипов, республика Хәрби комиссариатының бүлек начальнигы Кәримйән Сәйфуллин сығыш яһаны.


Тантананың почетлы ҡунағы – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, республика һәм ҡаланың хеҙмәт һәм хәрби хеҙмәт ветерандары советы ағзаһы, күп наградалар кавалеры Илгизәр Хәйеров. Ветеран һуғыш хәтирәләре менән уртаҡлашты, Еңеү көнөн нисек ҡаршылауы тураһында һөйләне. Йәштәргә, мәктәп уҡыусы­ларына наказдарын да бирҙе. Уларға һаулыҡтарын йәштән һаҡлап, тарт­маҫҡа, эсмәҫкә, наркотик матдәләр ҡулланмаҫҡа кәңәш итте бабай.


Фестивалдең беренсе зона концерты 15 ноябрҙә Борай районында үтәсәк. Ҙур сарала Борайҙан тыш Бөрө, Кушнаренко, Асҡын, Балтас, Ҡариҙел, Мишкә райондары сәнғәт оҫталары ла ҡатнашасаҡ. Сарала район хакимиәте вәкилдәренә тантаналы рәүештә “Еңеү” штандарты тапшырылды. Ә “Мәңгелек ут” капсулаһы һыбайлылар төркөмөнә бирелде. Улар был капсуланы республиканың ҡала һәм райондарына алып барасаҡ. “Мәңгелек ут” символы райондарҙа Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек сиктәрендә ойошторолған һәр сарала ҡатнашасаҡ.

“Еңеү” марафоны положениеһына ярашлы, уның символдарын тапшырыу тантанаһы ун муниципаль районда үтәсәк. Уларҙа “Еңеү Салюты” халыҡ ижады фестивале смотрҙары ойоштороласаҡ. Республика марафо­нының йомғаҡлау этабы 2020 йылдың 9 майында Өфөлә үтәсәк.
Читайте нас