Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы бассейндар һәм боҙ һырғалаҡтар төҙөү программаһын әҙерләйҙәр. Яңыраҡ булып үткән “Төҙөлөш сәғәте”нән һуң республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә 2024 йылға тиклем 16 районда бында бер ҡасан да булмаған бассейндар төҙөләсәген белдерҙе.
– Экономиялау өсөн, бассейндан тыш, спорт залын йәки ҡайһы осраҡта ябыҡ һырғалаҡты күҙ уңында тотҡан типовой проекттарҙы файҙаланырбыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Башҡортостанда 210 бассейн бар, ләкин был ғына етмәй. Республика буйлап эш сәфәрҙәре барышында кешеләр йөҙә белмәй, сөнки өйрәнергә урын юҡ, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеттем. ХХI быуатта халыҡты цивилизацияның ошо хәйләһеҙ уңайлылығы менән тәьмин итә алмауыбыҙ сәйер. Хәлде төҙәтербеҙ.
Бассейндар түбәндәге муниципалитеттарҙа төҙөләсәк: Архангел, Баҡалы, Благовар, Балаҡатай, Дыуан, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Өфө, Саҡмағош райондарында, Межгорьела, Бөрөлә һәм Өфөнөң Шакша биҫтәһендә. Бөтә ерҙә лә тиерлек бассейндарҙы 25 метр оҙонлоҡтағы 6-8 юллы итеп төҙөргә ҡарар ителде.
Мәсәғүттә бассейн да, боҙ һырғалаҡ та була. Бөрөлә һәм Кушнаренкола һырғалаҡ төҙөү мәсьәләһе тикшерелә.
– Проектты ғәмәлгә ашырыу 4,44 миллиард һумға тиклем аҡса талап итеүе ихтимал. Шуның яҡынса 1,5 миллиард һумын, төрлө программаларҙа ҡатнашып, федераль бюджеттан алырға мөмкин, – тип билдәләне республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.