Таусылар төбәгендә осраҡлы кешеләр юҡ.
Бүребай – Хәйбулла районының иң ҙур ауылдарының береһе. Ҡасандыр ул ҡасаба булараҡ билдәле ине, һуңғы йылдарҙа йәнә ауыл статусында.
Ауылдың барлыҡҡа килеүе Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының тарихына барып тоташа. Бүребай – таусылар төбәге, тип юҡҡа ғына атамайҙар. Бында һәр йортта тиерлек комбинатта эшләүсене осратырға мөмкин: шахтерҙарҙың ғаилә династиялары байтаҡ. “Бүребайҙа тыуғанһың икән, тимәк, һин шахтерһың” тигән ҡараш электән йәшәй, бөгөн дә йәштәр атай-олатайҙарының юлын лайыҡлы дауам итә.
Таусылар ауылы нисек көн итә, ниндәй проблемалары бар, халыҡ тау сәнәғәте предприятиеһының яҡында ғына урынлашыуынан зыян күрмәйме, экологик хәл нисек? Ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп, сәфәребеҙҙе башлап ебәрҙек.
Ауылда бөтәһе 1 мең 864 хужалыҡ иҫәпләнә, 4571 кеше йәшәй, шуның 1061-ен хаҡлы ялдағылар тәшкил итә. Барлығы 11 ойошма бар, ауылда 50 эшҡыуар теркәлгән.
Бүребай урта мәктәбе, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы, Балалар сәнғәт мәктәбе, “Металлург” ауыл мәҙәниәт йорто, моделле китапхана, ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, ҡояш электр станцияһы, күп функциялы үҙәк, почта бүлексәһе, бер нисә шәхси магазин бар. Районда ғына түгел, республикала иң ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеларының береһе “Бүребай тау-байыҡтырыу” комбинаты ябыҡ акционерҙар йәмғиәте лә тап ошо ауыл “өҫтөндә” ултыра.