Эргә-тирәләге хәл-әхүәлде беләһегеҙме? Күпселек “юҡ” тип яуап бирер, сөнки донъя мәшәҡәттәре менән яныңдағы ҡот осҡос хәлдәрҙе лә күрмәүебеҙ-ишетмәүебеҙ ихтимал. Башҡортостанға терәлеп ятҡан ут күршеләрҙә, Силәбе өлкәһенең Усть-Ҡатау ҡалаһында, илде тетрәндергән башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиға теркәлгән.
Иң тәүҙә полицияға 55 йәшлек Динә Ғәзизова мөрәжәғәт иткән. Оҫта тегенсе, ҡасандыр тегеү оҫтаханаһы тотҡан әсә өс балаһының бер юлы өйҙән ҡасыуын бәйән иткән. Ҡасҡындарҙы тиҙ тапҡандар, әммә улар өйгә ҡайтыуҙан ҡырҡа баш тартҡан, өҫтәүенә полиция хеҙмәткәрҙәренең сәсе үрә торорлоҡ хәбәр һөйләгән.
Асыҡланыуынса, ҡатындың иң өлкән ҡыҙына 20 йәш, бәләкәсерәктәре бәлиғ түгел. Һуңғы 11 йылда әсәләре уларҙы тулыһынса бикләп тотҡан, ихатанан сығырға бөтөнләй ярамаған. Өй эсенә видеокамералар урынлаштырылған, һәр хәрәкәт күҙәтелеп торған, интернет, телевизор рөхсәт ителмәгән. Өс бала 11 йыл эсендә әсәһенән башҡа бер кемде лә күрмәгән (балаларының атаһына килгәндә, ул айырылышҡандан һуң күрше төбәктә йәшәгән, бер нисә тапҡыр ғына килеп киткән). Аҙыҡ-түлек артынан әсә фәҡәт үҙе йөрөгән, балалар мәктәптең нимә икәнен дә белмәй. Әсәһе уларҙы уҡырға һәм яҙырға өйрәткән, әммә үҫеш буйынса өсөһө лә тиҫтерҙәренән артта ҡалған. Социаль хеҙмәттәр ҙә был ғаилә хаҡында, ғөмүмән, хәбәрҙар түгел, имеш.
Ул арала хәлдең ҡырҡа боролош алғанын аңлап ҡалған 55 йәшлек әсә өйөн яндырған, үҙенә ҡул һалған. Балаларына ҡарата яһалған ҡот осҡос енәйәттең эҙҙәре ҡалмаһын, ә үҙен язаға тарттырмаһындар тигәнме? Психик сирҙән яфаланғанмы? Был һорауҙарға яуап биреү хәҙер үтә ауыр. Әммә белгестәр фекеренсә, үҙ аллы полицияға барыуы, йортона видеокамералар ҡуйҙырыуы ҡатындың фекерләү һәләте булыуын, ҡарарҙар ҡабул итә алыуын иҫбатлай. Йортон яндырып, үҙен һәләк итеүе лә ҡылған ҡылыҡтарының енәйәткә тиң икәнлеген аңлауына ишара.
Тотҡондан ҡотолған балаларҙы иһә барлыҡ яңылыҡтары, үҙенсәлектәре, ҡаршылыҡтары менән заманса йәмғиәт көтә. Тиҫтә йылдан ашыу биктә йәшәгән өсәүгә был тормошҡа яраҡлашыу бик ауыр буласаҡ, хатта ниндәйҙер кимәлдә мөмкин дә түгел, ти психиатрҙар. Балаларҙың юлдарында артабан яҡшы кешеләр генә осраһын тип теләргә ҡала.
Фото: s15.stc.all.kpcdn.net