Йәмғиәт
13 Ноября 2019, 16:10

"Сәләм" Ишембайға ла килеп етте

Байрамда райондың ишле ғаиләһенә "Башҡортостан" гәзитенә бер йылға яҙылыуға сертификат бүләк иттек.

Бөгөн Ишембай ҡалаһы Мәҙәниәт һарайында "Сәләм" дәүләт телеканалының исем туйы үтә.

Байрам фойела башланды. Теләгән һәр кем "Сәләм тапшыр" акцияһында ҡатнашты һәм телевидение аша яҡын кешеһенә үҙенсәлекле итеп сәләмен еткерҙе. Канал логотибы менән төрлө бүләктәр уйнатылды. Залда скрипка һәм саксофон моңдары яңғырап торҙо.

Республика һәм район баҫмаларына яҙылыу, уларҙың төрлө приздарын отоу мөмкинлеге лә булды. "Башҡортостан" гәзите хәйриә йөҙөнән райондың ишле ғаиләһенә гәзитебеҙгә бер йыллыҡ яҙылыуға сертификат бүләк итте. Улар – Ғәниевтар – дүрт бала үҫтерә, әле бишенсеһен көтәләр. Үҙҙәре бик әүҙем, быйыл Ишембайҙа үткән "Йәш ғаилә" конкурсында ҡатнашып, беренсе урынға лайыҡ булғандар. Ғәниевтар беҙҙең бүләккә бик ҡыуанды. “Балаларыбыҙ башҡорт телен ныҡлы белеп үҫһен тип тырышабыҙ һәм был эштә гәзиттең дә файҙаһы ҙур буласаҡ”, – тине улар.

Артабан исем туйы ҙур залда дауам итте. "Сәләм"де сәләмләп, Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов сығыш яһаны.

“Өр-яңы канал беҙҙең Башҡортостан юлдаш телеканалына ярҙамсы буласаҡ. Шуныһы айырыуса шатландыра: ул беҙгә үҙебеҙҙең район кешеләрен күрһәтәсәк, төбәгебеҙҙең уңыштары һәм проблемалары тураһында һөйләйәсәк. Муниципаль каналыбыҙ үҫәсәк”, – тине район етәксеһе.

Шулай уҡ яңы каналдың директоры Рәмис Дәүләтбаев сығыш яһап, “Сәләм”дә ғаилә ҡиммәттәренә өҫтөнлөк биреләсәген билдәләне.

“Ишембай районы һәм ҡалаһы беҙгә икенсе булып ҡушылды. "Сәләм" тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, кеше иң күп ҡараған ваҡытта райондар каналдары күрһәтәсәк, уларға тәүлегенә биш сәғәткә тиклем ваҡыт биреү ҡаралған. Был муниципаль каналдарҙы һаҡлау һәм үҫтереү өсөн эшләнә. Телеканалдың барлыҡҡа килеүе өсөн федераль властарға һәм шәхсән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт”, – тине Рәмис Дәүләтбаев.

Концерт айырыуса күңелле булды. Унда күптәр яратҡан "Зәйнетдин" этношоу төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов, бик күп халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Зилә Бәхтиева, Рәфис Ишбаев һәм башҡалар сығыш яһаны.

Автор фотоһы.
Читайте нас