Йәмғиәт
14 Ноября 2019, 17:45

Бер түгел, ике кеше...

Ниңә машина юлы буйлап китеп барғандарҙыр?

Дәүләкән районында ҡурҡыныс фажиғә булған. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, ул Дәүләкән - Бүздәк юлының 1-се саҡрымында теркәлгән.
"Хендай Крета" автомобиленең 43 йәшлек водителе бер түгел, ике кешене тапата. Улар - 47 һәм 48 йәшлек ирҙәр. Йәйәүлеләрҙең береһе шунда уҡ һәләк була, икенсеһе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Ирҙәр машина юлы буйлап китеп барған, кейемдәрендә яҡтыртҡыс элементтар булмаған. Хәл-ваҡиғаның сәбәптәре тикшерелә.

Фото: ЮХХДИ
Читайте нас