Өфө ҡалаһы кешеһе буштан-бушҡа бер ғәйепһеҙ ике ирҙе бура таяғы менән туҡмай. Әле был ҡәбәхәткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Асыҡланыуынса, 39 йәшлек ир күп ҡатлы йорттарҙың ихатаһында бер ғәйептәре лә булмаған ике таныш булмаған ирҙе бура таяғы менән ҡаты итеп туҡмай. Әлбиттә, тегеләр ауыр тән йәрәхәттәре ала.
39 йәшлек "һуғышсы" үҙ ғәйебен таныған, уға биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Эш судҡа тапшырылған.