Йәмғиәт
14 Ноября 2019, 17:10

Дауаханаға киткән еренән юҡ...

Артурҙың ике бөйөрө лә эшләмәй. Уның өсөн гемодиализ алмайынса бер-ике көндән ашыу тороуҙың үлемесле булыуы ихтимал.

Өфөлә 1985 йылғы Артур Саляевты яҡындары эҙләй. Кисә егет Карл Маркс менән Революция урамдары киҫелешендә урынлашҡан дауаханаға гемодиализға киткән еренән ҡайтмай...
Шуныһы: ул дауаханаға барып та етмәгән. Өҫтәүенә телефоны ла өйҙә ҡалған. Үҙе менән паспорты булырға тейеш.
Артурҙың ике бөйөрө лә эшләмәй, шунлыҡтан һәр минут ҡәҙерле. Уның өсөн гемодиализ процедураһы алмайынса, йәғни ҡанын таҙартмайынса бер-ике көндән ашыу тороуҙың үлемесле булыуы ихтимал.
Фотолағы егетте күреүселәр йәки уның тураһында берәй мәғлүмәт белеүселәр булһа, ошо телефон номерына шылтыратыуығыҙ һорала: 8962-5253-711.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас