Нефтекама ҡалаһында йәшәгән 24 йәшлек граждан интернет аша мутлашыусыларҙың ҙур сумма аҡсаһын урлауы тураһында полицияға мөрәжәғәт итә.
Хәл былай була. Егеткә социаль селтәр аша 12700 һум аҡса һорап дуҫы мөрәжәғәт итә. Егет ундай сумма юҡ тип, 2000 һум аҡса һала. Икенсе көнөнә дуҫының сәхифәһе енәйәтселәр тарафынан емерелгәнлеге асыҡлана.
Һуңынан зыян күреүсе оҙаҡ уйлап тормай интернетҡа “Мутлашыусылар иҫәбенә күсергән аҡсаны кире ҡайтарып буламы?” тигән һорау ебәрә. Беренсе һылтанма аша күсеп, үҙенең телефон һандарын яҙып, консультация өсөн заявка ла тултыра. Бер сәғәттән “белгес” шылтыратып кәңәштәрен бирә. Күп тә үтмәй егеттең иҫәбенән 52 мең һум аҡса ғәйеп була.
Мутлашыусылар еңел юл менән байыу маҡсатында ниндәй генә хәйләгә бармай, шуға күрә уяу булыр кәрәк, тип иҫкәртеп торһалар ҙа, “ тишек кәмәгә” ултырыусылар һаны көндән-көн арта.
Фото: irktoday.mirtesen.ru