Йәмғиәт
14 Ноября 2019, 18:15

Мазовтарҙы ҡайҙан эҙләй башланылар?

Һыуыҡ төшөп, йылғаны боҙ ҡаплаһа...

Артем, Илья һәм Слава Мазовтарҙы белгестәр быға тиклем Өфөнән генә эҙләй ине. Хәҙер география киңәйтелде.
Бөгөндән уларҙы Бөрө ҡалаһында, Ағиҙелдән эҙләй башланылар. Аңлағанһығыҙҙыр, һүҙ һыу аҫты тураһында бара. Унда ете белгес ебәрелгән: бишәүһе водолаздар, икәүһе махсус техника менән эш итеүсе. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр иттеләр.
Әйткәндәй, һыу төбөнән эҙләүҙең оҙаҡламай туҡтатылыуы ихтимал. Был һыуыҡ төшөп, йылғаны боҙ ҡаплауына бәйле. Боҙ аҫтында булыу водолаздар өсөн хәүеф тыуҙыра.
Шул уҡ ваҡытта водолаздар үҙҙәре атай менән балаларҙың һыу аҫтында булыуына шик белдерә. Тәжрибәләренән сығып, батҡан кешенең урында ниндәй ҙә булһа әйбере табылырға тейеш, ти улар. Ә әлеге осраҡта бер ни ҙә юҡ. Нисек кенә булмаһын, Мазовтар һыу төбөндә түгел икән, иҫәнлектәренә ышаныс арта ғына.
Тағы бер хәбәр: эҙләүселәргә бөгөндән психологтар ҡушылған. Улар бар дәлилдәрҙе тикшереп, үҙ һығымтаһын әйтергә тейеш. Файҙаһы ғына булһын инде.
Фото Эльмира Мазованың сәхифәһенән.
Читайте нас