Йәмғиәт
14 Ноября 2019, 07:30

Вахтаға китеп, Ханты-Мансиҙа юғалған

Ул Ханты-Манси автономиялы округында вахта ысулы менән эшләп йөрөгән. Юғала торған көндә дуҫы менән автомобилдә ҡала ситенә йөрөргә сыға. Икенсе көнөнә уның машинаһын һыу буйында күрәләр, ә егет үҙе унда булмай.

13-өнән 14 октябргә ҡараған төндә округтағы Покачи ҡалаһында Башҡортостан егете Алексей Шангин юғалған. Шул ваҡыттан алып туғандары, хеҙмәттәштәре тынғылыҡ тапмай, табылырына өмөтләнеп, егетте эҙләй.
Ул Ханты-Манси автономиялы округындағы Покачи ҡалаһында вахта ысулы менән эшләп йөрөгән. Юғала торған көндә дуҫы менән автомобилдә ҡала ситенә йөрөргә сыға. Икенсе көнөнә уның машинаһын һыу буйында күрәләр, ә егет үҙе унда булмай.
Алексейҙың хеҙмәттәштәре һөйләүенсә, ҡаланан алыҫ түгел ерҙә икенсе автомобиль менән бәрелешеүҙән машиналары әйләнеп китә. Егет юлда "тимер ат"ын ҡарауыллап ҡала, ә дуҫы ярҙам артынан китә. Иртәгәһенә машинала Алексейҙың документтары, телефоны ята, ә үҙе булмай сыға. Шунан алып уның тураһында бер нимә лә билдәле түгел. Эҙләү әлегә һөҙөмтә бирмәгән.
Туғандары, хеҙмәттәштәре, бигерәк тә әсәһе Алексейҙың табылырына өмөтләнә. Егеттең билдәләре: буйы 170 сантиметр, күҙҙәре асыҡ төҫтә, сәсе ҡыҫҡа ҡара. Һул битендә миңе бар. Юғалған көндә йәшел төҫтәге куртка кейгән.

Фото социаль селтәрҙән.
Читайте нас