Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 13:35

“Аталары балаларымдан инвалид яһаны...”

Ике һәм биш йәшлек балаларымдан инвалид яһаны. Әллә нисә тапҡыр опека бүлегенә мөрәжәғәт иттем, тик беҙгә ярҙам итәһе урынға, улар килә лә балаларҙың йәшәү шарттарын тикшерә башлай

Заманса, цивилизациялы ваҡытта йәшәйбеҙ, күптәрҙең ҡараштары алға киткән, бөтәһе лә үҙ хоҡуҡтарын белә кеүек. Тик бына ғаиләлә туҡмалып, йәберләнеп йәшәгән ҡатындар һәм балалар һаны бер ҙә кәмемәй. Сәбәптәр төрлө: кемдер китергә ҡурҡа, кемдер ҡорбан булырға күнә. Ә ҡайһылары китергә көс табып та, элекке ирҙәренән һис ҡотола алмай.
Өфөлә йәшәгән ҡатын һәм уның ике балаһы шундайҙарҙан. Ҡатын lifedd.ru порталына мөрәжәғәт итеп, ярҙам һораған. Уны элекке ире 2018 йылдан бирле эҙәрлекләй, СМС-хәбәрҙәр аша ҡурҡыта, осратҡан саҡтарында туҡмай. Бер тапҡыр ул бәләкәй ҡыҙына шул тиклем итеп һуға, хатта баланың баш мейеһе йәрәхәтләнә.
“Зинһар өсөн ярҙам итегеҙ. Элекке ирем былтырҙан бирле беҙгә тыңғы бирмәй. Ике һәм биш йәшлек балаларымдан инвалид яһаны. Әллә нисә тапҡыр опека бүлегенә мөрәжәғәт иттем, тик беҙгә ярҙам итәһе урынға, улар килә лә балаларҙың йәшәү шарттарын тикшерә башлай. Полицияла енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн нигеҙ күрмәйҙәр”, – тип яҙған ҡатын.
Хәбәр ителеүенсә, былтыр июлдә ир ҡатынының фатирын емереп килеп ингән, үҙен һәм улын туҡмаған, ҡиммәтле биҙәүестәрен алып сығып киткән. Бынан һуң ике балалы ҡатынға йәшәү урынын алмаштырырға тура килә. Ир аҡтығы элекке ҡатынын интернет аша ла йонсота: социаль селтәрҙәргә уның паспорты һүрәтен ҡуя, телефон номерҙарын яҙа һәм имеш ул енси хеҙмәттәр күрһәтә тигән иғландар бирә.
Быйыл март айында ҡыҙын туҡмап, баш мейеһен йәрәхәтләгәс, ҡатын полицияға ғариза яҙа. Тик сираттағы тапҡыр енәйәт эше ҡуҙғатылмай, бының өсөн нигеҙ етмәй, тиҙәр. Ә улы һәр ваҡыт атаһынан ҡурҡҡанлыҡтан, ошо йәшкә тиклем һөйләшә белмәй, унда психик тотҡарлыҡ бар.
Был хәл буйынса комментарий алыу өсөн журналистар Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт иткән. Асыҡланыуынса, әле енәйәт эше ҡуҙғатылған. “Килгән ғариза буйынса тикшереү үткәрелде, уға ярашлы суд-медицина экспертизаһы булды”, – тинеләр ведомствола.
Ярар был айырым алынған осраҡ ыңғай хәл ителеп, ҡатын элекке иренән ҡотолор, тип өмөтләнәйек. Ә башҡа ошолай “иҙелеп”, туҡмалып йәшәгәндәр күпме? Балалар хаҡына булһа ла, көслө булырға, бындай тиран-ирҙәрҙән ҡотолорға көс тапһа ине әсәләр. Ғәзиздәребеҙҙе беҙ яҡламай кем яҡлаһын?
Фото: kaprizulka.mediasole.ru
Читайте нас