Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 06:42

Бәүелсәктә бәүелеп...

Һуңғы йылдарҙа һәр ауылда тиерлек балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтарының, ғаилә менән бергә ял итеү урындарының барлыҡҡа килеүе матур йолаға әйләнә бара.

Һуңғы йылдарҙа һәр ауылда тиерлек балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтарының, ғаилә менән бергә ял итеү урындарының барлыҡҡа килеүе матур йолаға әйләнә бара.


“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Заманса ҡала мөхите” проекты буйынса Ишҡол ауылында заман талаптарына ярашлы бынамын тигән ял паркы сафҡа инде. Уны тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуар Әҡсән Тутаевтың “Ремонт-төҙөлөш ойошмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре ҙур тырышлыҡ һалған.


Балалар өсөн спорт һәм уйын майҙансыҡтары хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә: ергә йомшаҡ махсус япма йәйелгән. Ял паркының бер яғында – матур сәхнә, ыҡсым, уңайлы эскәмйәләр ҙә ҡуйылған. Хәҙер ауыл халҡы күп кенә байрамдарҙы, мәҙәни сараларҙы ошонда үткәрә. Сәләмәт тормошто үҙ итеүселәр өсөн тренажерҙар ҙа урынлаштырылған.


Өсөнсө класта белем алыусы Дилара Аҡмырҙина менән Әлсинә Шәһәрғазиналар өсөн ял паркы күптән инде яратҡан урындарына әйләнгән. “Каникулда көн һайын ошонда уйнаныҡ, мәктәптән ҡайтышлай бер аҙ уйнап алабыҙ ҙа кис апай-ағайҙарыбыҙ менән тағы киләбеҙ”, – ти көләкәс ҡыҙҙар. Ә бына VII класс уҡыу­сыһы Арсен Мөхәмәҙиев спорт менән шөғөл­ләнеүҙе, туп менән төрлө күнекмәләр яһауҙы үҙ итә.


Ишҡолдарға сәләмәт тормош алып барыу, рәхәтләнеп ял итеү һәм күңел асыу өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған, тик ауыл халҡына ошо матурлыҡты, парктағы спорт һәм уйын ҡорамалдарын һаҡсыл тотонорға, уны ҡәҙерләргә генә ҡала.
Читайте нас