Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 17:50

Башланып ҡына торған яҙмышына тап төшөрөп...

Нәфсеһенә хужа була алмайынса, әле башланып ҡына торған яҙмышына ҡара тап ултырта йәш кеше... Уйламай эшләгән ҡырын эштәр өсөн ғүмер буйы үкенеп йәшәргә тура килмәһен ине...

Кемдә нимә ҡайғыһы тигәндәй. Өфөлә таксист булып эшләгән ир сираттағы клиентын ултыртып китеп барғанда юл транспорт ваҡиғаһына осрай. Уны быны уйламай, ир машинаһынан сығып авария эҙемтәләрен ҡарарға сыға. Машинаһына әйләнеп кергәндә, пассажир ҡыҙыҡай сығып һыҙған була. Етмәһә, 16 меңлек телефонды эләктереп. Таксист полицияға мөрәжәғәт итә.
Күп тә үтмәй, бурҙың эҙенә төшәләр. Ул - 18 йәшлек кенә Өфө ҡыҙы, телефонды ҡулланыу өсөн алғанлығын белгертә. Был яңылыш аҙымға баҫыуының сәбәбен аңлата алмай... Хәҙер уға ҡарата "Уғрылыҡ" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Бына шулай, нәфсеһенә хужа була алмайынса, әле башланып ҡына торған яҙмышына ҡара тап ултырта йәш кеше... Уйламай эшләгән ҡырын эштәр өсөн ғүмер буйы үкенеп йәшәргә тура килмәһен ине...
pixaday.com
Читайте нас