Башҡортостан
+20 °С
Дождь
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
15 Ноября 2019, 17:15
"Буштың атаһы үлгән" тиһәк тә...
Ҡалтасы кешеһе электрон иҫәпкә 150 мең һум аҡса күсерә, янсыҡ бер нисә мең доллар менән тулылана. Унан...
Ҡалтасы районы ауылдарының береһенән 41 йәшлек ир, биржала аҡса эшләргә ярҙам итәм тип ышандырған әҙәмдең тоҙағына эләгеп, 1,5 миллион һумға яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уның быға тиклем биржала уйнау тәжрибәһе булған. Шуға ла үҙен электрон сауҙа платформаһы хеҙмәткәре итеп таныштырып, биржала аҡса эшләргә ярҙам итәм тип шылтыратҡан кешенең тәҡдименә ризалаша һәм таныш түгел "хеҙмәткәр" менән электрон килешеүгә ҡул ҡуя.
Зыян күреүсе тәүҙә махсус электрон иҫәпкә 150 мең һум аҡса күсерә, электрон янсыҡ бер нисә мең доллар менән тулыланғас, артабан уйынға ҙур ихласлыҡ менән тотона. Ул ике банктан бөтәһе бер миллион өс йөҙ мең һум кредит ала, тиҙ арала байығыуҙы маҡсат итеп, бар сумманы тағы ла электрон иҫәпкә күсерә. Аҙаҡ сумманың яртыһын алырға уйлай, әммә янсыҡ аҡса бирмәй. Ир теге "хеҙмәткәр" менән бәйләнешкә инә, уныһы "был ваҡытлыса ғына ауырлыҡтар" тип ышандыра. Ә бер нисә көндән һуң Ҡалтасы кешеһе иҫәбенең бушлығын белеп ҡала, ялған брокерҙың телефоны иһә яуап бирмәй. Ир шунда ғына алданғанын аңлай.
Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара. "Буштың атаһы үлгән" тигән әйтемдең дөрөҫлөгөнә ҡасан төшөнөрбөҙ икән?..
Фото: vk.com
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"