Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 12:16

Тамсы тама-тама ташты тишә...

Район башҡорттары ҡоролтайы ултырышында “Айыҡ ауыл” республика конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Айыҡ ауыл” республика конкурсына асҡындар иң беренселәрҙән булып ҡушылды. Үршиҙе, Ҡарткиҫәк, Төлгөҙбаш, Башҡортостан ауылдары вәкилдәре был хаҡта Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышында уҡ белдергәйне.

Бәйгеләр төбәкте йәнләндерә.


Район башҡорттары ҡоролтайы ултырышында “Айыҡ ауыл” республика конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Айыҡ ауыл” республика конкурсына асҡындар иң беренселәрҙән булып ҡушылды. Үршиҙе, Ҡарткиҫәк, Төлгөҙбаш, Башҡортостан ауылдары вәкилдәре был хаҡта Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышында уҡ белдергәйне.


Тарихты, шәжәрәләрҙе өйрәнәләр


Сәләмәт тормошто пропаган­далаған республика конкурсының район этабында 12 ауыл ҡатнашты. Уларҙың һәр береһендә айыҡ тормошто йәйелдереү буйынса төрлө саралар үткәрелде. Ойоштороу комитеты ағзалары ауылдарҙағы ошо йүнәлештәге эшмәкәрлек менән даими танышып барҙы. Конкурста ҡатнашыусылар эскелеккә, тәмәкегә, наркоманияға ҡаршы алып барылған эшмәкәрлектәре менән ойоштороусы комитет ағзаларын таныштырҙы, башҡарған ғәмәлдәре тураһында слайд-шоу әҙерләп, сығыш яһаны. Һәр кем бай фантазияһын ҡулланып, йырлап, бейеп, шиғыр һөйләп, урындағы халыҡтың һәләттәрен дә күрһәтеп ҡалырға ашыҡты. Шулай ҙа жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләгәндә конкурс талаптарына таянып эш итте, сөнки “Айыҡ ауыл” бәйгеһе шау-шыуға ҡоролған саралар үткәреүгә генә ҡайтып ҡалмай. Уның маҡсаты – бөтә ауыл халҡын йәлеп итеп, сәләмәт тормошто йәйелдергән саралар үткәреп, кешеләр аңына айыҡлыҡтың йәшәү нормаһы булыуын һеңдереү. Бында, әлбиттә, ауыл хакимиәте, мәктәп, мәҙәниәт усағы, иман йорто һәм йәмәғәт ойошмаларының бер йүнәлештәге берҙәм эше талап ителә.
Жюри ағзалары Ҡарткиҫәк ауылын Гран-приға лайыҡ тип тапты. Ауыл хакимиәте башлығы Ринат Миңлемөхәмәтов әйтеүенсә, “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ҡушылырға теләк белдерер алдынан һәр мәсьәләне күҙ уңынан үткәреп, ете ҡат үлсәгәндәр. Теләк менән генә түгел бит, ошо төбәктә көн иткән һәр кемдең сараның маҡсатын, мөһимлеген тәрән аңлауы кәрәк. Иң элек халыҡ менән һөйләшеп, бер ҡарарға килгәндәр. Эште “иҫерткес эсемлек эсмәйек!” тигән саҡырыуҙан түгел, ә сәләмәт тормоштоң өҫтөнлөгөн күрһәтеүҙән башлағандар.
Йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе заман афәттәренән йолоп ҡалыу бурысы тәүге урынға ҡуйылған. Йөктө барыһы бергә, йәғни мәктәп, ауыл хакимиәте, мәсет, китапхана, клуб хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр берҙәй тарта. Күмәк халыҡ ҡатнашҡан байтаҡ саралар ойошторолған. Белем биргән, иманға саҡырған, мәҙәниәтте һәм спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙың береһе лә отчет өсөн түгел. Ауыл хужалығында эшләп, фиҙакәр орден-миҙалдар менән баһаланған ауылдаштарын да, һуғыш һәм тыл ветерандарын да берҙәй хөрмәт­ләйҙәр бында. Ҡарткиҫәктәрҙең Фәнирә Нәбиуллина ойошторған музейы менән танышҡандан һуң һәр кемдең дә үҙҙәрендә ошондай мөйөш булдырыу теләге тыуалыр. Рухлы, дарманлы Фәнирә Мәүли ҡыҙы етәкселегендәге ағинәйҙәр эшен дә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Әйт­кәндәй, төбәктә сәләмәт тормош­ҡа юл бөгөн генә алынмаған. Ауылға иман нуры таратҡан мәсет­тең роле ҙур. Аталы-уллы Мулләх­мәтовтар ғаиләһе халыҡты иманға, айыҡ тормошҡа йәлеп итеүҙә бай­таҡ эш башҡара. Улар өлгөһөндә ҡарткиҫәктәр сәләмәт йәшәүҙең өҫтөнлөгөн үҙ күҙҙәре менән күрә.
Айыҡ тормошто йәшәү рәүеше итеп алған Үршиҙе һәм Төлгөҙбаш ауылдары “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында беренсе урынға лайыҡ булды. Төлгөҙбаштар был конкурста дүртенсе йыл ҡатнаша, шуға эш һөҙөмтәһе лә бар. Бында уңған, берҙәм халыҡ йәшәй. Төрлө милләт кешеләре бер туғандай булып, дуҫ-татыу ғүмер итә. Халыҡ эш юҡлығына зарланмай, ситкә сығып эшләй, шәхси хужалығында күпләп мал аҫрап, баҡса үҫтереп, бал ҡорттары ҡарап, етеш тормош көтә. Төлгөҙбаштар тарихты өйрәнә, шәжәрәләрен барлай, яугирҙәрҙе хөрмәтләй, төбәктең мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ауыл төҙөклөгө, таҙалығы менән күптәргә өлгө булырлыҡ.


Уңғандар төбәгендә


Ҡоролтай ултырышында мәға­риф ветераны, тыуған яҡты өйрә­неүсе Йәрис Рәфҡәт улы Зәй­дуллин сарала ҡатнашыу­сыларҙы ауылдың тарихы, күренекле кеше­ләре, уңғандары, йүнсел ғаиләләре менән таныштырҙы, сәләмәт тормошто йәйелдереү буйынса үткә­релгән матур сараларға туҡталып, төлгөҙбаштарҙың беренсе урынды лайыҡлы алыуын белдерҙе.

Һуңғы осорҙа Үршиҙе ауылы эшмәкәрлеге йыш телгә алына. Яҙмаҫлыҡ та түгел шул! Үршиҙеләр әленән-әле район сараларында ҡатнашып, еңеүҙәр яулап тора. Күп­тән түгел “Ауаз” республика конкурсында Альбина Насирова етәкселегендәге “Гөлнәзирә” фольк­лор ансамбле махсус бүләккә лайыҡ булып барыбыҙҙы һөйөн­дөрҙө! Ауылды төҙөкләндереү буйынса ла арымай-талмай эшләй үршиҙеләр. Йәйгеһен һабантуйҙар, дини йыйындар, Шәжәрә байрамдары үткәрәләр, ҡыштарын ауыл халҡын йыйып, төрлө спорт ярыштары ойошторалар. Иң мөһиме, был сараларҙа бөтәһе лә ихлас ҡатнаша.
Ауыл старостаһы Рәүеф ағай Ниғәмәтйәновтың һәр башлан­ғысын үршиҙеләр шунда уҡ дәррәү күтәреп алып, уны тормошҡа ашы­рыуҙа көсөн дә, ваҡытын да, аҡса­һын да йәлләмәй. Сәләмәт тормош алып барыуҙа өлгө күрһәтеүсе ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, мәғариф ветераны Фәнизә апай һәм уның тормош иптәше, имам-хатиб Марсель хәҙрәт Сәлимгә­рәевтәрҙең роле лә ҙур. Үршиҙеләр презентацияға, һәр ваҡыттағыса, ныҡлы әҙерлек менән килгән. “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы баш­ҡарған эштәре тураһында һөйләп кенә ҡалманы ”Гөлнәзирә”ләр, йырлап-бейеп, залдағыларҙы сәмләндереп, дәртләндереп, матур йәшәүгә рухландырҙылар.
Ошо мөһим бәйгелә икенсе урынға лайыҡ булған Солтанбәк һәм Әмир ауылдары халҡы әүҙемлектәре, берҙәмлектәре, ойошҡанлыҡтары менән һоҡландыра. Улар күрһәтмәне юғарынан, етәкселәрҙән көтөп ятмай, ә һәр мәсьәләне үҙҙәре хәл итергә тырыша.
Бәләкәй генә Әмир ауылы халҡы үҙ көстәре менән мәсет, яугирҙәр иҫтәлегенә обелиск төҙөй. Зыяратты кәртәләп алыу, урамдарҙы төҙөкләндереү буйынса ла бихисап эш башҡарғандар. Ауыл тарихы, социаль-иҡтисади торошо хаҡында староста Фәрзәт Ваһапов менән ағинәй Ғәҙилә Әхмәтова мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Тарихҡа бай Солтанбәк ауылы ла айыҡ тормошто йәйелдереү буйынса мөһим эштәр башҡарҙы. Ошо юҫыҡта яҙҙан алып көҙгә тиклем йөкмәткеле һәм фәһемле саралар ойошторолдо. Төҙөклән­дереү өмә­ләре гөрләп торҙо. Яңы ғына ауылға ингән ерҙә шишмәне төҙөкләндереп, таҙартып ҡуйҙылар. Иман нурҙары таратыусы мәсет тә буш тормай. Ололар менән бергә йәштәрҙең, балаларҙың да иман юлына баҫыуы һөйөнөслө. Быйыл 100 йыллыҡ юбилейын юғары кимәлдә билдәләгән мәктәп уҡыусылары район һәм республика кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яуланы. Йәштәр спорт менән шөғөлләнә, шәжәрәһен өйрәнә, тарих менән ҡыҙыҡһына.
Солтанбәктең уңған ир-егеттәре мәсеттә ремонт эштәре башҡарҙы. Күп бала тәрбиәләгән һәм ата-әсә ҡарауынан тороп ҡалған етемдәрҙе үҙ ҡанат аҫтына һыйындырған уңған, татыу ғаиләләре булыуы менән данлы ауыл. Башҡарылған эштәр­ҙең барыһы тураһында уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе Алһыу Фәррәхова ентекле һөйләне, ә сығышы слайд-шоу менән оҙатылып барҙы. Башҡортостан менән Иҫке Мутабаш ауылдары мәртәбәле конкурста өсөнсө урынға лайыҡ булды.
– Бәләкәй генә Башҡортостан ауылы үҙенең күренекле кешеләре, эшһөйәр, татыу ғаиләләре менән дан тота. Бындағы 14 йортта 38 кеше ғүмер итә. Ауылда социаль объекттар булмаһа ла, халыҡ зар­ланмай, гөрләтеп донъя көтә, мал аҫрай, ҡош-ҡорт ҡарай, шәжәрә­ләрен өйрәнә, йолаларҙы һаҡлап йәшәй. Мәҫәлән, күптән түгел генә Суфияновтар ғаиләһе ихата тултырып ҡаҙ үҫтереп, күңелле итеп “Ҡаҙ өмәһе” үткәрҙе. Халыҡ эскелек менән мауыҡмай, гәзит-журналдар, китап уҡырға ярата. Ғаилә байрамдарын да эскеһеҙ табындар әҙер­ләп, бергәләп үткәрә. Башҡорт­остандар ауылдарында яугирҙәр иҫтәлегенә обелиск төҙөү идеяһы менән янып йәшәй, – тине сығы­шында Иҫке Ҡаҙансы ауыл китап­ханасыһы Гөлфинә Исламова.
Яңы һынауҙар көтә


Иҫке Мутабаш ауылы тормошо, тарихы, күренекле кешеләре тураһында мәҙәниәт йорто методисы Гөлшат Ғимаеванан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр. Халыҡты бер усҡа йыйған ҡыҙыҡлы саралар Мутабашта ла йыш ойошторола. Күптән түгел Альфред Хәжимуллиндың яңы йыйынты­ғының исем туйы ҙурлап ойошторолдо. Шиғри күңелле мутабаштар зал тултырып килә сараға. Гармунсылар, баянсылар төйәге бит ул, шуға күрә йыл да район конкурсы ҙур ойошҡанлыҡ менән нәҡ Мутабаш клубында күп талант­тарҙы һәм тамашасыларҙы йыйып, гөрләп үтә. Халыҡ тыныс тормош өсөн баштарын һалған яугирҙәрҙе лә онотмай. Яҙ иһә Еңеү аллеяһы тантаналы асыла.
“Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы ойошторолған исем туйына йөкмәткеле сығыштар һәм сағыу слайд-шоу әҙерләп алып килгән Ҡубыяҙ, Яңы Ҡарткиҫәк, Күсән, Шишмә-Ураҡай ауылдары Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Был ауылдарҙа ла байтаҡ изге эш башҡарыла, халыҡ гөрләтеп өмә­ләр үткәрә, йылға-күлдәрҙе та­ҙарта, шишмәләрҙе төҙөклән­дерә, эскән ғаиләләр менән тәрбиәүи эш алып бара, йәштәргә матур өлгө күрһәтә.
– “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу ауылдарыбыҙҙа бер аҙ һүрелә төшкән йәмәғәт эштәрен йәнләндерҙе, халыҡты берҙәм­леккә, татыулыҡҡа йүнәлтте. Һө­ҙөм­тәһе һөйөнөрлөк – ауыл­дарҙа айыҡ тормошто пропагандалаған бик матур, йөкмәткеле саралар үтте. Әҙерлек барышында яңы таланттар, оҫталар, лидерҙар асыҡ­ланды. Эшкә янып, ҙур дәрт һәм яңы тәҡдимдәр менән тотонған шәхестәрҙең күп булыуы бигерәк тә һөйөндөрҙө. Айыҡ тормош алып барыу йәһәтенән урындағы ағинәй­ҙәр менән аҡһаҡалдар ғәйәт ҙур эштәр башҡарҙы. Киләһе йыл “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатна­шыусылар һаны тағы ла артыр, тип өмөтләнәм. Быйыл ҡатнашҡан ауыл башлыҡтарына, халыҡҡа ҙур рәхмәт. Бәйге урындағы үҙидара органдарының халыҡ араһында эскелек кимәлен түбәнәйтеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлегендә ыңғай тәжрибәне асыҡларға һәм дөйөм­ләштерергә булышлыҡ иткәндер. Эскелек, әлбиттә, тиҙ генә юҡҡа сыҡмаясаҡ. Әммә тамсы тама-тама ташты тишкән кеүек, был хәрәкәт тә ҡасандыр үҙенең маҡсатына өлгәшәсәк. Ә инде был яуызлыҡҡа, еңеп булмай, тип ҡул һелтәп ҡуйһаҡ, халыҡ битарафҡа әйлә­нәсәк. Уйҙарҙың матдиләшеүе бер кемгә лә сер түгел һәм шуға ла һәр саҡ оптимистик рухта, берҙәм, татыу булайыҡ, – тип “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабына йомғаҡ яһап, бәйгелә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе Асҡын районы башҡорттары ҡорол­тайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова.
“Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабына сыҡҡан Ҡарткиҫәк ауылын яңы һынауҙар көтә.


Асҡын районы.
Читайте нас